Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2021, 08:30

26 апрель - радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө

Бындай афәт ҡабатланмаһын

Бындай афәт ҡабатланмаһын
...1986 йылдың 26 апрелендә Украинала - Чернобыль атом электр станцияһында ҡот осҡос шартлау яңғырай. Объекттың 4-се блогы сафтан сыға һәм Припять ҡалаһына, тирә-йүнгә үлемесле радиация тарала. Кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләрҙең күләме йөҙҙәрсә тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана.

Чернобыль һәләкәте менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, шуларҙың күпселеге – хәрбиҙәр. Беҙҙең райондан хәрби хеҙмәтен үтәп йөрөгән һалдаттар ҙа авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Шуларҙың береһе, райондан ҡатнашҡан һалдаттар араһында иң йәше - Иҫке Монасиптан Әшрәф Юлдашев. Ул 1985 йылда армияға алына һәм Кемеровола эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт юлын башлай.

- Шартлауҙан һуң теүәл ике ай үткәс, беҙҙе, командировкаға, тип төндә алып киттеләр. Ҡайҙа һәм ни өсөн барғаныбыҙҙы белмәнек. 26 июндә Киевта инек. Барғас ҡына шартлау тураһында һөйләнеләр һәм ниндәй эштәр башҡарасағыбыҙҙы аңлаттылар. Йәшәү өсөн шарттар булманы. Көҙгә тиклем палаткаларҙа йәшәнек. Декабрь айында ғына казарма әҙер булды, – тип хәтерләй Әшрәф Зөлфәр улы.

Шартлауҙан һуң эвакуация иғлан ителгәс, ҡатын-ҡыҙҙар, сирлеләр, балалар хәүефһеҙ урынға сығарыла. Был аяныслы ваҡиғанан һуң уға тиклем тормош ҡайнаған ҡаланың һөлдәһе генә ҡала. Халыҡҡа бер мөлкәтен дә, техникаһын да алырға рөхсәт итмәйҙәр.

-Эвакуацияланмаған ауылдарҙан, күрше Белоруссияның ауылдарынан бурҙар буш ауылдарҙағы өйҙәрҙән көнкүреш техникаһын, әйберҙәр урлап, һатып йөрөнөләр. Беҙ шулар менән көрәштек. Һәр ауылды ҡарап, өйҙәрҙе мисәтләнек, тәҙрәләрен көпләнек. Чернобыль яғына бер кемде лә үткәрмәҫкә тейеш инек. Ауылдар буш, тып-тыныс, шомло булды. Үҙ теләктәре менән бер нисә оло инәй-бабайҙар ғына тороп ҡалған ине.

Аҙаҡ химик-разведчикка уҡытып алдылар. Махсус приборҙар менән радиацияны үлсәп йөрөнөм. Көн һайын кис штабҡа доклад бирәм. Тулҡындар төрлөсә булып китә: юғары ла күтәрелә, кәмей ҙә.

Ул ваҡытта радиация көсө һәм уның эҙемтәләре тураһында бер нәмә лә аңламай инек. Һаҡланыу өсөн махсус маска бирҙеләр. Уның бысраныуға ҡарап төҫө үҙгәрә торғайны. Көнөнә 6 маска алмаштырҙыҡ. Түшкә эсенә дарыу һалынған дүрткел һауыт аҫып йөрөнөк. Стерженгә оҡшаш үлсәүгесе лә бар. Беҙҙең күрһәткестәр гел нормала булды. Аҙнаһына берҙе тикшерелеп торҙоҡ. Дезинфекция йыш үткәрелде. Казарма Чернобылдән алыҫта урынлашҡанға бирешмәгәнбеҙҙер. Ашатыу яҡшы булды. Аҙыҡ-түлек күберәк Башҡортостандан килде.
Бөтә тирә-яҡ бысранғас, һыу инеүҙе, емеш-еләк ашауҙы тыйҙылар. Беҙ барғанда йәй башы ине, ә ағастар ҡыҙғылт-һары төҫтә, ҡайһы берҙәренең япраҡтары ҡойолоп бөткән. Ҡыҙыҡ күренеш булды беҙҙең өсөн.

Казарма янында эттәребеҙ була торғайны. Ерҙе еҫкәп йөрөгәс, тиҙ үлеп бөттөләр. Һаулығына зарар килеп, ыҙалап йәшәгән, үлемгә дусар булған кешеләр байтаҡ булды. Бындай ҡурҡынысты бер кемгә лә күрергә яҙмаһын инде, – тип теләй ағай.

Армиянан ҡайтҡас, Әшрәф ағай колхозда тракторсы була, башҡа төрлө эштәрҙә эшләй. Байғаҙы ҡыҙы Фәймә апайға өйләнеп, бер ул үҫтерәләр. Рәмис әле Белорет металлургия колледжында уҡып йөрөй.

- Радиацияның эҙемтәләре миндә быға тиклем беленгәне булманы. Шуға ла буш дарыуҙарҙан, санаторийҙарға барыуҙан баш тарттым. Үҙемде һап-һау кеше тип һанайым. Санаторий бына – Иҙел буйында. Тыуған яғыбыҙҙың саф һауаһы, тәбиғәте минең өсөн дауа, – ти өҙә баҫып, донъяһында мал-тыуар аҫрап, бәхетле ғүмер итеүсе Әшрәф Юлдашев.
Читайте нас: