Мөхтәрәм йәмәғәт! 24 апрелдә районыбыҙ биләмәһендәге һәр ауылда зыяраттарҙы таҙалау, тәртипкә килтереү буйынса өмә үтә. Рамаҙан айында тотош республикабыҙҙа Республика Башлығы Указы менән Хәтер һәм хөрмәтләү көнө үткәрелеүе – хуплауға лайыҡлы, сауаплы һәм беҙҙең мәҙәни, рухи, иман кимәлен билдәләүсе ғәмәлдәрҙең береһе.
Зыяраттарҙы нисек тоторға - һорауҙарға райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов яуап бирҙе.
- Хәсән хәҙрәт, бәғзеләр ҡәбергә бер нәмә лә ҡуйырға ярамай, тиҙәр. Икенселәр ҡиммәтле памятниктар-һәйкәлдәр, хатта үлгән кешенең фотоһын ҡуйып тороп ҡиммәтле таштарҙан плитәләр ҡуялар - ҡайһыһы дөрөҫ?
- Ҡәбер өҫтөнә таш ҡуйыу - сөннәт. Был - ҡәбер юғалып ҡалмаһын, уны тәрбиәләп тоторға йәки доға ҡылырға килгән яҡындары таба алмай йөрөмәһен өсөн эшләнә. Сәхәбә һәм тәбиғиндәрҙең өҫтөнә лә ҡәбер таштары ҡуйылған.
Таш ҡуйыу сөннәт тип ҡайһы берәүҙәр бейек һәм ҡиммәтле таш һатып ала. Был иһә сиктән ашыу була. Кешеләр береһенән-береһе уҙҙырып ҡиммәтерәк таштар ҡуялар. Былай эшләү исрафлыҡ. Ул таштан мәйеткә бер файҙа ла юҡ. Таштың бейеклеге 50-60 см булһа еткән. Ҡиммәтле ваҡытты һәм аҡсаны исраф итеү - Аллаһтың асыуын килтерә торған ғәмәл.
- Ҡәбер ташына аят-сүрәләр яҙырға яраймы?
- Быны шәриғәт тыя, сөнки күпмелер йылдан һуң ташландыҡ хәлендә ҡаласаҡ, таш аунап ятасаҡ, сүрәләр яҙылған таштарҙы кешеләр йәки малдар тапап йөрөүҙәре ихтимал.
- Ҡәбер өҫтөнә һәйкәл ҡуйыу яраймы?
- Юҡ, ярамай. Кеше йәки башҡа йән эйәһенең һүрәтен яһау Аллаһ Тәғәләгә генә хас булған эш. Ул Үҙе генә яһай һәм йән өрә. Ә башҡа һүрәт яһаусыларҙы Ҡиәмәт көнөндә, ул һүрәттәреңә йән керет, тип ҡаты ғазаплаясаҡтар. Һүрәт торған ергә фәрештәләр килмәй.
- Ҡәбер өҫтөнә венок (гөлләмә) ҡуйырға яраймы?
- Венок ҡуйыу - исрафлыҡ. Сөнки ул венокты һатып алыу өсөн күпме аҡса түгелә. Ә бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡояштан, ямғырҙан уңып, ул веноктар сүп булып ятасаҡ.
- Ҡәбер өҫтөндәге үләндәрҙе йолҡорға яраймы?
- Мосолман зыяратында үҫә торған үләнде 3 төргә бүләбеҙ:
1) ҡәбер өҫтөндә үҫеүсе;
2) ҡәберҙәр араһында үҫеүсе;
3) 40 йылдан ашыу ваҡыт үткән ҡәберлек өҫтөндә үҫеүсе.
Ҡәбер өҫтөндә үҫкән үләнде сабыу, йолҡоп ташлау дөрөҫ түгел. Сөнки бөтә үҫемлектәр ҙә ҡороған хәлгә еткәнгә тиклем Аллаһҡа тәсбих әйтеп ултыра. Бының менән ул ҡәберҙә ятыусының хәлен еңеләйтә. Был турала хәҙис бар. Пәйғәмбәр ғәләйһис сәләм бер кеше менән зыярат эргәһенән үтеп барған саҡта бер ҡәбер эргәһендә туҡтап, был кешенән пальма ботағы һындырып килтереүен һорай. Һәм был килтергән ботаҡты ҡәбергә ҡаҙап ҡуя. Теге кешенең, аптырап, ни эшләп былай эшләүен һорағанына, был ҡәбер эйәһе әлеге ваҡытта ғазап кисерә һәм был ботаҡ ҡороғансы Аллаһҡа тәсбих әйтеп, уның хәлен еңеләйтеп торасаҡ, тип яуаплай.
Ә икенсе һәм өсөнсө осраҡта иһә үләнен сабыу ярай.
Ҡәберҙәрҙе ҡый үләндәренән таҙартыу иртә яҙ менән башҡарыла йәки быны үләндәр ҡороп бөткәс, көҙ көндәрендә эшләү хуплана.
- Зыяраттағы үҫеп ултырыусы емеш-еләкте ашарға яраймы?
- Быларҙы ашау мәкруһ (порицается).
Ҡәбер өҫтөнә ултырыу, өҫтөнән тапап йөрөү, ҡәбергә ҡарай тороп намаҙ уҡыу тыйыла.
Ҡәберҙе тәрбиәләгәндә ҡороған үләндәрҙе һәм өҫтөнә өҙөлөп төшкән ағас ботаҡтарын алып ташлау ярай.
Зыяратҡа ингәс уҡыла торған доға: «Әссәләмү ғәләйкүм әһләд-дийәәри минәл муьминиинә уәл муслимиин. Үә Иннәә иншәАллаһү бикүм ләәхикун. Әс-әлүллаһәләнәә үә ләкумул - ғафийә».
Мәғәнәһе:
«Сәләм булһын һеҙгә мөьминдәрҙән һәм мосолмандарҙан булған ҡәбер әһелдәре. Һәм беҙгә лә, Аллаһ теләһә, һеҙҙең арттан килеүселәр. Аллаһтан беҙгә лә, һеҙгә лә именлек һорайым».