Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 10:30

Янғынға ҡаршы махсус режим

Янғынға ҡаршы махсус режим – ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманға сыҡмаҫҡа, урманда ут яҡмаҫҡа, сүп-сар үртәмәҫкә, усаҡ тоҡандырмаҫҡа тигән өҫтәлмә сикләүҙәр булдырылған.

«Бына шундай ул беҙҙең республика. Ҡар иреп тә бөтмәне, беҙ әле ташҡын һәм уның эҙемтәләре менән көрәшәбеҙ, ә ҡайһы бер райондарҙа янғындар башланды», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Йылы көндәр башланғас та халыҡтың урманға сыға башлауы менән янғын хәүефе лә бермә-бер артты. Усаҡ яҡҡан һәм ҡый үртәгән осраҡта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәй. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала көндәрҙең ҡоро тороуына бәйле үлән яныу осраҡтары күбәйгән. Ҡоро үлән яныуҙың 22 осрағы теркәлгән, шуның 9-ы бер тәүлек эсендә - 14 апрелдә булған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы республика халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Республика биләмәһендә 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.

Янғынға ҡаршы махсус режим – ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманға сыҡмаҫҡа, урманда ут яҡмаҫҡа, сүп-сар үртәмәҫкә, усаҡ тоҡандырмаҫҡа тигән өҫтәлмә сикләүҙәр булдырылған.

Янғын сыҡҡан осраҡта ут ауылдарға, объекттарға күсмәһен өсөн, хакимиәт башлыҡтарына ауыл биләмәләрен минераллаштырылған һыҙаттар менән уратып алыу эше йөкмәтелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Хөкүмәтенең «Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында» ҡарарына ярашлы ауылда, ауыл эргәһендә, йорт янында усаҡ яғыу, сүп-сар, үлән, ҡоро япраҡтарҙы үртәү, ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә лә былтырҙан ҡалған үләндәргә, ағас ҡалдыҡтарына, кипкән ботаҡтарға ут тоҡандырыу тыйыла.

Янғын ҡағиҙәләрен боҙған граждандарға РФ һәм БР КоАП-тары нигеҙендә административ яуаплылыҡ ҡаралған. РФ КоАП-ның 20.4 статьяһына ярашлы, янғынға ҡаршы махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 2 меңдән 6 мең һумға тиклем штраф янай. Әгәр был ҡағиҙәләр урманда боҙола икән, штраф күләме 5 мең һум.
Ут менән һаҡ булайыҡ!
Читайте нас: