Йәмғиәт
23 Апреля 2021, 04:00

В. Путин Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда яңғырағандарҙың иң мөһимдәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда яңғырағандарҙың иң мөһимдәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
– Путин 1 июлдән диспансеризация һәм медицина тикшереүҙәре программаларын киңәйтергә ҡушты;

– туристик кэшбек программаһы йыл аҙағына тиклем оҙайтыла;

– балалар лагерҙарына юллама хаҡының 50% кире ҡайтарыла;

– июлдән тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 8-16 йәшлек балаларға айына уртаса 5 мең 650 һум түләнә башлай;

– Путин ауыр тормош хәлендә ҡалған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға айына 6 350 һум түләргә тигән тәҡдим индерҙе;

– 7 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын стажға ҡарамайынса тулы күләмдә түләйәсәктәр;

– мәктәп йәшендәге һәм беренсе класҡа барырға те-йешле балалары булған ғаиләләргә (һәр балаға) август айында бер тапҡыр 10 мең һум түләнә;

– Рәсәйҙә 1 миллион бала өсөн тағы 1300 яңы мәктәп төҙөлә;

– тиҙҙән Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында йәнә 45 мең бюджет урыны булдырыла, 70% ашыуы — төбәктәр өсөн;

– Путин хөкүмәткә бер ай эсендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын тәҡдим итергә ҡушты;

– Путин, халыҡ йорт хужалыҡтарының сигенә тиклем газ үткәргән өсөн түләргә тейеш түгел, тип белдерҙе;

– пандемия осоронда төҙөлөш тармағы өҙөклөкһөҙ эшләне, торлаҡты күберәк төҙөргә, йыл һайын 120 миллион квадрат метрҙы сафҡа индерергә кәрәк һ.б.