Маҡсаттарына ирешер, белемдәренә таянып эш итер, тыуған илебеҙҙең лайыҡлы, ышаныслы граждандары булыр. Тап шундай уҡыусылар - районыбыҙҙың бар яҡтан да һәләтле, иң шәп, зирәк, сая, сос уҡыу алдынғылары «Йыл уҡыусыһы - 2021» исеменә көс һынашты.
Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған, быйыл 12-се тапҡыр уҙғарылған бәйгелә 10 уҡыусы ҡатнашты: Тимер мәктәбенән Юлиә Ғөбәйҙуллина, Иҫке Собханғолдан Алһыу Әхмәтова, Байназарҙан Яҙгөл Хәсәнова, Яңы Собханғолдан Хазина Кинйәбаева, Иҫке Монасиптан Айгөл Мирасова, Ырғыҙлынан Гөлнәзирә Һөйөшева, Әбделмәмбәттән Сынтимер Билалов, Килдеғолдан Баязит Билалов, Байғаҙынан Гөлиә Кәбирова, Аҫҡарҙан Данил Ғәлиуллин. Уҡыусылар район, ауыл тарихын, мәктәп эшмәкәрлеген, үҙ ауылының арҙаҡлы шәхестәрен, яратҡан шөғөлөн сағылдырған күргәҙмә ойошторҙолар.
«Йыл уҡыусыһы-2021» титулын яулар өсөн уҡыусыларға бер нисә турҙа үҙҙәренең белемен, һәләтен, оҫталығын, зирәклеген күрһәтеп, иң-иң икәнен иҫбат итергә кәрәк ине.
Байназар мәктәбе директоры Й. Ҡотлобаев, Бөрйән районы Советы рәйесе И. Ишбулатов, мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, уҡыусылар беренсе турҙың тәүге һынауында ижади презентация менән сығыш яһаны. Конкурсанттар кеше яҙмышы, йәшәү рәүеше, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыуҙарын 3 минутлыҡ сығыштарында күрһәтергә тырышты. Юлиә Ғөбәйҙуллина яҡшылыҡ эшләргә өндәне, артист йә композитор булырлыҡ һәләттәрем бар, тик табип һөнәрен һайлаясаҡмын, тине. Алһыу Әхмәтова ҡул эштәренә маһир, атаһына бал ҡорттарын ҡарашырға ярҙам итә, Яҙгөл Хәсәнова һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы икән. Юморға ҡоролған сығышында өләсәһендә ял иткән ваҡытта әтәстән ҡасып шәп йүгерергә, һарыҡтарҙы һанай торғас, шахмат уйнарға өйрәнгәнен белдек. Хазина Кинйәбаева шәп бейеүсе, шиғырҙар ҙа ижад итә.Айгөл Мирасова бейеүе, йыры аша тыуған мәктәбенә һөйөүен белдерҙе. Гөлнәзирә Һөйөшева ла бейергә, һүрәт төшөрөргә, йырларға ярата икән. Сынтимер Билалов роботтар эшләү менән мауыға, ағастан һырлап һындар яһай, спорт менән шөғөлләнә. Баязит Билалов нисек итеп яҡшы эҙ ҡалдырырға өйрәтте. Тәбиғәтте яратыусы Гөлиә Кәбирова тарих, сит телдәр менән ҡыҙыҡһына, Данил Ғәлиуллин шахмат, шашка, футбол, хоккей уйнарға ярата икән.
Икенсеһе - интеллектуаль һынау. Уҡыусыларҙың район тарихы, арҙаҡлы шәхестәр, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы белемдәре аҡсалата баһаланды. Һәр уҡыусы ҡуласаны өйөрөлтөп, конверттағы һорауға яуап бирҙе һәм район ойошмалары етәкселәре әҙерләгән премияға эйә булды. Уҡыусыларға, иптәштәренә ҡыйынлыҡ килтергән һорауҙарға яуап биреп, аҡсаны үҙ ҡулдарына төшөрөү мөмкинлеге лә булды. Уйын мәлендә уҡыусыларҙың ҡулында тыуған ауылдарының тарихы тураһында китап булыуы ла иҫәпкә алынды.
Артабан уҡыусылар, буласаҡ бизнесмендар, Бөрйәндең киләсәген күҙаллап, туризмды үҫтереү буйынса проект эштәрен тәҡдим иттеләр. Туризм объектын төҙөгәндә күпме сығым һәм килем буласағын, реклама яһау һәм экономиялау ысулдарын да күҙ уңында тотҡандар. Хазинаның «Инсебикә» һаулыҡ һуҡмағы, Гөлнәзирәнең «Ожмах мөйөшө» экологик ихатаһы, Гөлиәнең «Ураҙы» шифаханаһы, Яҙгөлдөң аттар базаһы, спа-салоны, ҡунаҡханаһы, Юлиәнең еләк, бәшмәк үрсетеүе, Данилдың экопаркты тергеҙеп, экотуризмды үҫтереүе халыҡтың, туристарҙың тән һәм рухи һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Актив спортты үҫтереү буйынса Сынтимер Инсебикә ҡаяһында экзотик экстремаль ял итеү урынын, Айгөл Монасипта тау саңғыһы курортын булдырырға уйлай. Алһыу районда урынлашҡан музейҙарҙың эшмәкәрлеген үҫтереп, туристар йәлеп итергә хыялланһа, Баязит Оҙонсал йылғаһында балыҡ үрсетеү бизнесын асырға теләй.
Икенсе турҙа уҡыусылар «Уңыштарға илткән юлым» темаһына мастер-класс күрһәттеләр. Айгөл ун ике таяҡ уйынын, Гөлнәзирә сәскә эшләргә, Сынтимер робот төҙөргә, Баязит бармаҡтар ярҙамында ҡабатлауҙың ябай ысулдарына, Гөлиә һарыҡ йөнөнән муйынсаҡ эшләргә, Данил компьютерҙа көй ижад итергә, Юлиә йырлағанда тауышты дөрөҫ ҡуйырға, Алһыу тамбурлы сигеү серҙәренә, Яҙгөл ТикТок-та видео төшөрөргә, Хазина буҙа эшләргә өйрәтте.
Һуңғы конкурсҡа алдағы бәйгеләрҙең һөҙөмтәләре буйынса юғары балл йыйған 5 уҡыусы сыҡты. Улар «Кеше бер юлы ҡаты ла, сәскәләй йомшак күңелле лә була аламы?» тигән һорауға түңәрәк өҫтәл артында бәхәс ҡорҙо. Жюри ағзалары егеттәрҙең төплө фекерен юғары баһаланы.
Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева: «Сарала ҡатнашҡан һәр уҡыусы «Йыл уҡыусыһы» исеменә лайыҡ. Конкурс булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Бөтәгеҙ ҙә тырыш, уңған, бар яҡтан да килгәнһегеҙ. Алда һеҙҙе күп еңеүҙәр көтә!» - тип тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Конкурсҡа нигеҙ һалыусы, «Йыл уҡыусыһы» проекты авторы Роза Ғүмәрова быйыл бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың мәғлүмәтле булыуҙары менән ҡыуаныуын белдерҙе.
Конкурс һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды: 1-се урынға Байназар мәктәбенән Яҙгөл Хәсәнова, 2-се урынға Ырғыҙлы мәктәбе уҡыусыһы Гөлнәзирә Һөйөшева, 3-сө урынға Әбделмәмбәт мәктәбенән Сынтимер Билалов менән Байғаҙы мәктәбенәнГөлиә Кәбирова лайыҡ булдылар.
Гран-при һәм «Йыл уҡыусыһы - 2021» исемен Килдеғол мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Баязит Билалов яуланы. Бөтә уҡыусыларға ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
«Азамат» өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре һәм Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары башҡарған рухлы йырҙар сараға йәм өҫтәне.