Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 17:00

Техник күҙәтеү буйынса кәңәшмә

Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортонда район биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ файҙаланыу һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙ-леген күтәреү маҡсатында физик берәмектәрҙең үҙйөрөшлө машиналарына техник күҙәтеү үткәреүҙе ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.

Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортонда район биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ файҙаланыу һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙ-леген күтәреү маҡсатында физик берәмектәрҙең үҙйөрөшлө машиналарына техник күҙәтеү үткәреүҙе ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.
Унда район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин, райондағы ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, гостехнадзорҙың район буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы, ЮХХДИ вәкиле, үҙйөрөшлө машиналар хужалары, саҡырылған техника хужаларынан 19 техника хужаһы, шул иҫәптән 4 КФХ етәксеһе ҡатнашты.

Ырғыҙлы ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Килдейәров үҙйөрөшлө машиналарға техник күҙәтеү үткәреү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. 2020 йылда был ауыл биләмәһендә күрһәткестәр иң түбәне булған.

С. Ишморатов техник күҙәтеү үткәреү барышындағы проблемалы мәлдәргә иғтибар итте, район буйынса техник күҙәтеү үткәреү һөҙөмтәләренә анализ яһаны. Сығыш яһаусы һәр ауыл биләмәһенә туҡталды, ауыл биләмәләре башлыҡтарын техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу һәм техник күҙәтеү үткәреү буйынса бергәләп эшләргә саҡырҙы.

Үҙйөрөшлө машиналар хужалары күтәргән проблемалар ҙа ҡаралды. Мәҫәлән, техниканы теркәү мәсьәләһе (шул иҫәптән суд ҡарары буйынса), тракторист-машинист таныҡлығы алыу һәм алыштырыу, тракторҙарға техник күҙәтеү үткәреүгә һәм техниканы хәүефһеҙ файҙаланыуға ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр ентекле тикшерелде.

Кәңәшмәнең ғәмәли өлөшөндә тракторҙар миҫалында диагностик приборҙар ҡулланып техник күҙәтеү үткәреү күрһәтелде, башҡа һорауҙарға урында яуап бирелде.
Быйыл техник күҙәтеүҙе район ауылдарына сығыу юлы менән ике этапта үткәреү күҙаллана.

Техник күҙәтеү үткәреү өсөн машина хужаһы машинаны тикшереү урынына алып барырға һәм түбәндәге документтарҙы күрһәтергә тейеш:
-шәхесте раҫлаусы документ (РФ паспорты);
-ышаныс ҡағыҙы (хужа техникаһын башҡа кеше аша ебәрһә);
-тракторист-машинист танытмаһы;
-машинаны теркәү тураһында документ (гостехнадзор органдарында теркәлгән машиналар өсөн);
-машинаның паспорты.

Алдан техник күҙәтеү үткәреү хеҙмәттәре өсөн дәүләт пошлинаһынтүләп ҡуйырға (400 һум) һәм түләү (300 һум) индерергә кәрәк. Техник күҙәтеү үткәреү осоронда инспекцияның эше тығыҙ булыу сәбәпле, квитанцияларҙы урындағы хакимиәттәрҙә алырға мөмкин.

Гостехнадзорҙың Бөрйән районы буйынса инспекцияһы граждандарҙы һатып алғас та тракторҙарын (тағылмаларын) мотлаҡ рәүештә теркәп ҡуйырға саҡыра. Техник күҙәтеү үткәргән ваҡытта теләгәндәрҙең барыһының да үҙйөрөшлө техникаларын дәүләт иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар.
Читайте нас: