Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 12:00

“Таң”лы ғүмер – аңлы ғүмер!

Хөрмәтле райондаштар! 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә.

Хөрмәтле райондаштар! 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, райондағы ойошма-учреждениеларға, эшләгән хеҙмәткәрҙәренең һанынан ҡарап, гәзит-журналдарға, шул иҫәптән район гәзите “Таң”ға яҙылыу планы тәҡдим ителә.
Әйтәйек, район хакимиәтендә 47 кеше эшләй һәм уларға район гәзитенә яҙылыу планы – 45 берәмек. Бынан тыш, 55 берәмек республика һәм 50 берәмек үҙәк баҫмаларға яҙылыу планы бирелгән. Райондағы иң ҙур учреждение булған район мәғариф бүлегендә эшләүселәр һаны 1000. Был тармаҡҡа “Таң”ға яҙылыу планы – 800. 270 кеше хеҙмәт иткән район дауаханаһы системаһына “Таң”ға план – 200 дана.

Дөйөм алғанда, “Таң” гәзитенә яҙылыу буйынса киләһе яртылыҡҡа план – 2194 дана.
Почта бүлексәләренә ул түбәндәгесә бүленгән:
Иҫке Собханғол – 854;
Әбделмәмбәт – 120;
Аҫҡар – 125;
Әтек – 75;
Байназар – 350;
Ғәҙелгәрәй – 120;
Ғәлиәкбәр – 80;
Ырғыҙлы – 120;
Яңы Монасип – 280;
Һарғая – 70.

Райондаштар! Киләһе йылда ла район тормошо, уның яңылыҡтары уртаһында булырға теләһәгеҙ, “Таң”ға яҙыла һалып ҡуйығыҙ.

Әйткәндәй, район гәзитенә яҙылып, квитанцияларының күсермәләрен редакцияға тапшырған яҙылыусыларыбыҙ араһында инде йолаға әйләнгән “Аҙна һайын – бүләк!” уйыны быйыл да ойоштороласаҡ (бүләктәр килеп еткәс, был турала ентекләберәк яҙырбыҙ).

Шуға күрә, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен тапшыра башларға мөмкин. Ә бүләктәр уйнатыу май башынан башланасаҡ.

“Таң” – район халҡын берләштереүсе, яңылыҡтар өләшеүсе, яҡшы хәбәрҙәр, тырыш, уңған райондаштарыбыҙ тураһында яҙыусы гәзит!

Алдағы көндәрҙә лә бер-беребеҙҙән айырылмайыҡ!
Читайте нас: