Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 15:00

Отҡорҙар көс һынашты

Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 17 апрель көнө районда ғына түгел республикала билдәле спортсмен-шашкасы, көрәшсе Әбдрәхимов Булат Батыр улы кубогына рус шашкаһы беренселеге уҙҙы.

Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 17 апрель көнө районда ғына түгел республикала билдәле спортсмен-шашкасы, көрәшсе Әбдрәхимов Булат Батыр улы кубогына рус шашкаһы беренселеге уҙҙы.
Отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында 9 йәштән 13 йәшкә тиклемгеләр, 14 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр һәм 19 йәштән өлкәндәр көс һынашты.

Эйе, шашка боронғо уйын булыуға ҡарамаҫтан был спорт төрө менән мауығыусылар һаны арта. Ярышты асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева: «Спортты яратҡан Булат Батыр улы кубогына ярыш йыл да үтеп тора. Беҙҙең Бөрйәнебеҙҙә шундай билдәле спортсмен булыуы бик ҡыуаныслы, бындай ярыштар киләсәктә район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә лә үтәсәк», - тине.

Ярыш булһа ла, был сара шундай йылы, дуҫтарса атмосферала үтте. Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде. Ир-егеттәр араһында 1-се урында - Заһир Дәүләтбирҙин (Иҫке Монасип), 2-се – Рәис Кәбиров (Иҫке Собханғол), 3-сө - Хәбир Йомағолов (Яңы Монасип). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урында - Гүзәл Йәғәфәрова (Яңы Монасип), 2-се - Нәсимә Сәғитова (Яңы Монасип), 3-сө - Дилә Хисмәтуллина (Яңы Монасип). 14-18 йәшлек үҫмерҙәр араһында 1-се урында – Тимур Татлыбаев (Иҫке Собханғол), 2-се – Фәнүз Норотҡолов (Иҫке Собханғол), 3-сө – Рамаҙан Мәжитов (Яңы Усман). Ҡыҙҙар араһында: 1-се урында Нәзифә Йомағолова (Яңы Монасип), 2-се – Рәсилә Ҡасҡынбаева (Яңы Мөсәт), 3-сө – Эльвина Ырыҫҡолова (Яңы Усман). Ә кескәйҙәр төркөмөндә 1-се урында - Зәлиә Йомағолова (Яңы Монасип), 2-се - Ҡәҙриә Ҡыуандыҡова (Яңы Монасип), 3-сө - Нәзилә Ҡыуандыҡова (Яңы Монасип). Малайҙар араһында 1-се урында - Данис Насыров (Мәһәҙей), 2-се – Динислам Кинйәбаев (Иҫке Собханғол), 3-сө – Эльмир Аллабирҙин (Иҫке Собханғол). Иң оло ҡатнашыусы Нәбиҙән Хәмдиә Һатыбалова булһа, иң бәләкәйе - Тимер ауылынан биш йәшлек Ансар Үлмәҫбаев.

Иҫке Монасип ауыл хакимиәтенән 12 кеше ҡатнашып, 9 миҙал, 4 кубок алып ҡайттылар. Заһир Дәүләтбирҙин, Гүзәл Йәғәфәрова, Тимур Татлыбаев, Нәзифә Йомағолова, Данис Насыров, Зәлиә Йомағолова - быйылғы күсмә кубок хужалары. Еңеүселәргә йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының миҙалдары һәм грамоталары, Булат Әбдрәхимовтың туғандарынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән ҡустымдың рухы шатланып ҡайтҡандыр. Сөнки нәҡ ошондай ярыштар тормошона дәрт-дарман, илһам бирҙе, үҙенә ышаныс уятты. Яулаған еңеүҙәре уны ҡанатландырҙы, яңынан–яңы үрҙәргә этәрҙе. Булат бәләкәйҙән Өфө шашкасыларының йыйылма командаһы ағзаһы булараҡ, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионаттарында ҡатнашып килде. Рязань, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ханты-Мансийск һәм Рәсәйҙең башҡа өлкә-ҡалаларында шашка буйынса Башҡортостан командаһы составында сығыш яһап, призлы урындар яуланы. Булат дзюдо буйынса ла Рәсәй һәм халыҡ-ара чемпионаттарҙың көмөш призеры, спорт мастеры, “ҡара билбау” эйәһе ине. 1997 йылда Литваның Вильнюс ҡалаһында үткән ярышта икенсе урын яулап, көмөш миҙал алып ҡайтты. Урал аръяғы райондары буйынса барған шашка ярыштарында ул һәр ваҡыт беренсе урындарға сыҡты.

Булат Әбдрәхимов кубогына үткәрелгән шашка ярышын ойоштороуға булышлыҡ итеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм. Уйында ҡатнашыусыларға яңынан-яңы еңеүҙәр һәм һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: