Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 13:00

Ике аҙна ваҡыт ҡалды

Бөрйән районының энциклопедияһын әҙерләү, сығарыу буйынса сираттағы ултырыш үтте.

Бөрйән районының энциклопедияһын әҙерләү, сығарыу буйынса сираттағы ултырыш үтте.
Унда редколлегия составына үҙгәреш-тәр индереү, эш төркөмөнөң эш процесы, кемдәр дөйөм эшкә тотҡарлыҡ яһауы, энциклопе-дияны баҫтырыуға ваҡыттың бик аҙ (ике аҙна) ҡалыуы хаҡында һүҙ алып барылды.

Район энциклопе-дияһын яҙыуҙа етәксе Р. Ғүмәрова Р. Халиҡова, Ә. Биргәноваларҙың үҙенең уң ҡулы булыуҙары, бәғзе ойошма, етәкселәрҙең һоралған мәғлүмәтте бирмәй ваҡыт һуҙыуҙары, әле 888 яҡташыбыҙҙың энциклопедияға индерелеүе, ғөмүмән, эш барышы, килеп сыҡҡан проблемалар хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләне.

Тарихсы Б. Йәғәфәров Иҫке Собханғол ауылы тарихы яҙылыуын, китап әҙерләнеүен әйтте.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов: “Энциклопедия эшендә һуңғы штрихтар ҡалды. Сайттағы текстарҙағы хаталарҙы төҙәтә һалайыҡ. Йәмәғәт дөйөм эшкә битараф булмаһын ине. Кемдәр эште тотҡарлай, тиҙ арала хатаһын төҙәтһен”, - тине.

Р. Ғүмәроваға мөрәжәғәт итеп, яҙмаларҙы тикшереп-төҙәтеү әле мөмкин.
Читайте нас: