Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2021, 17:20

Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре!

Ҡәҙерле коллегалар!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ҡәҙерле коллегалар!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә урындағы үҙидара халыҡҡа иң яҡын торған власть органы булып тора. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу, көндәлек мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү яуаплылығы уның иңенә һалынған. Был йәһәттән беҙҙең районда 12 ауыл биләмәһе уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Киләсәктә лә халыҡтың ышанысын аҡлап, районыбыҙҙың үҫеше өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләрбеҙ, тип ышанам.

Матур байрам уңайынан рәхмәт һүҙҙәрен урындағы власть органдарының эшенә һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалған ветеран-хеҙмәткәрҙәргә еткерәм.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм эшегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем! Хеҙмәтегеҙ бары тик шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кенә килтерһен, һеҙҙең адресҡа халыҡтан рәхмәт һүҙҙәре генә яңғыраһын.
Читайте нас: