Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2021, 08:00

21 апрель - урындағы үҙидаралыҡ көнө

Урындағы үҙидараның бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше һәм уның Аҫҡар тарафтарында нисек ойошторолоуы хаҡында Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев менән әңгәмә.

Урындағы үҙидараның бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше һәм уның Аҫҡар тарафтарында нисек ойошторолоуы хаҡында Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев менән әңгәмә.
Урындағы үҙидаралыҡтарҙың төп бурысы халыҡ менән эшләү булһа, төп көсө лә – халыҡта. Бөгөн улар нисек йәшәй, эшен нисек ойоштора – яңыраҡ ҡына республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсының финалына сығып, урта ауылдар категорияһында еңеп, 2 млн. һум сертификатҡа эйә булған Брәтәк ауылы уҙаманы, Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев менән әңгәмә – урындағы үҙидараның бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше һәм уның Аҫҡар тарафтарында нисек ойошторолоуы хаҡында.
- Уҙған йыл, пандемия сәбәпле, ауыр шарттарҙа үтте. Тажзәхмәт сәбәпле индерелгән сикләүҙәр беҙҙең эшмәкәрлеккә лә ҡағылмай ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына 3 ауылда обелискылар төҙөкләндерелде, матурлап буялды, тыл ветерандарының өйҙәренә йөрөп миҙалдар тапшырылды.

Экологик өмәләр үҙ ваҡытында үтте. Был эштәрҙә мәктәп, мәҙәниәт учреждениелары әүҙемлек күрһәтте.
Ауыл Советына һайланған 10 депутат үҙ мөмкинлектәренән сығып үҙҙәренең һайлау округында эш алып бара. Улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
Биләмәлә 1468 кеше иҫәпләнә. Эшкә яраҡлы 818 кеше булһа, шуларҙың 325-е генә эшләй. Эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар һаны 380 булһа, ирҙәр – 438. Күпселек халыҡ шәхси хужалыҡ килеме иҫәбенә йәшәй.

Ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса байтаҡ эштәр эшләнде.”Алағуян” МУП-ы тарафынан 3 ауылда дөйөм 3, 8 км оҙонлоҡта юл төҙөкләндереү эштәре атҡарылып сыҡты.
95 меңе – үҙебеҙҙең аҡсаға, ҡалған 2065 меңе- район хакимиәте бүлгән аҡса.
Исламбайҙа депутат Ғәзинур Мырҙағолов башланғысы менән Шәйек йылғаһы аша торба һалынып, күпер эшләнде. Ауыл эсендәге урамдарҙың юлдарын, республика бюджетынан бүленгән аҡсаға косметик ремонт эшләп булһа ла, төҙөк тоторға тырышабыҙ.

Урамдарҙы яҡтыртыу өсөн 160 мең һум аҡса тотондоҡ. Исламбайҙа ДНТ лампочкаларын экономиялы яҡтыртҡыстарға алмашты-рыу һөҙөмтәһендә тағы 6 урын яҡтыртылды. Артабан был юҫыҡта эшләйәсәкбеҙ әле.

- Киләсәккә пландар нисек?
- Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән проектта ҡатнашып, Брәтәк ауылында спорт майҙансығы төҙөү күҙаллана. Аҫҡар ауылында С.Ғәбиҙуллин урамында ремонт эштәре көтһә, мәҙниәт йортоноң проектын тиҙләтеү, Исламбайҙа Сыбай ялан урамына ремонт яһау, мәҙәниәт йортон йылытыу, урамдарҙы яҡтыртыу эштәре планда. Брәтәк ауылында Тау урамына ремонт кәрәк, яңы ФАП төҙөү – көнүҙәк мәсьәлә.

Эшебеҙҙә төп таяныс – халыҡ, депутаттар, ауыл активистары. Бергәләп һәм алға ҡуйған маҡсаттарға берҙәм ынтылып эшләгәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Әлеге “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығыуыбыҙ ҙа – ошоға дәлил.
Читайте нас: