Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2021, 12:00

Туризмға үҙебеҙҙекеләр тотонһон

“Туризм - Бөрйәндең киләсәге” тигән лозунг барыбер ҙә һәр заманда актуалдер ул, сөнки ауыл хужалығы менән булышыусылар элекке ҡеүәттәрендә түгел, ер эшкәртеп уңыш алырға теләүселәр ҙә аҙ һанда, эшҡыуарҙарҙың күбеһе алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә – етештереүселәр юҡ кимәлдә.

“Туризм - Бөрйәндең киләсәге” тигән лозунг барыбер ҙә һәр заманда актуалдер ул, сөнки ауыл хужалығы менән булышыусылар элекке ҡеүәттәрендә түгел, ер эшкәртеп уңыш алырға теләүселәр ҙә аҙ һанда, эшҡыуарҙарҙың күбеһе алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә – етештереүселәр юҡ кимәлдә.
“Ағиҙел” МУП-ының Мәндәғолдағы “Аҡбуҙат” туркомплексында үткән туризм буйынса кәңәшмә ошо йүнәлештә байтаҡ эшләп башҡалар менән бүлешерлек тәжрибә туплағандарҙы, туризмға яңы ғына йөрьәт итеп тотонғандарҙы, ошо йүнәлешкә бәйле эш алып барған етәкселәрҙе, белгестәрҙе йыйып алды.

Кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:
- Туризм – райондың 3 төп йүнәлешенең береһе. Һуңғы ике йыл беҙгә бөтөнләй яңы шарттарҙа эшләү талаптарын ҡуйҙы – тажзәхмәт сәбәпле элекке иркенлеккә сик ҡуйылды. Әммә беҙ бер урында тапанып ҡалманыҡ: төрлө алымдар ҡулланабыҙ, эшләргә тырышҡандарҙы күтәрмәләйбеҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Морат туғайындағы үҙгәрештәр, туризм үҫешкән зонаны заманса үҫтереүгә ынтылыш - ошоға дәлил.

Туризм менән шөғөлләнергә теләгәндәргә күп мөмкинлектәр менән бергә яңы талаптар ҙа артасаҡ – ошоно күҙ уңында тотоу шарт, - тине.

Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Б. Юлмөхәмәтов районда туризм торошо хаҡында ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Ғәлин агротуризм буйынса яңы программалар көтөлөүе, Ростуризмдың грант программалары менән ҡыҙыҡһынып тороу кәрәклеге хаҡында белешмә бирҙе.

Артабан район ерлегендә туризмдың төрлө йүнәлештәре буйынса эшләүселәр үҙҙәренең эше тураһында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ниндәй проблемаларға юлығыуын бәйән итте.

Зиплайн хужаһы Рәнис Йәнбирҙин эшенә һалған аҡсалары әлегә үҙен аҡламауын белдерһә, Иҙел Мөхәмәтйәнов Олоғужан эргәһендә Иҙелдән ағыу һәм тауҙар буйлап экскурсия ойошторорға ниәтләнеүен әйтте. Автотуризм менән шөғөлләнеүсе Динар Баййегетов Өфөнән туристарҙы Шүлгәнгә ташыуы, әммә, база булмағас, таныш-тонош аша эш итеүен еткерҙе. Рәмил Кинйәбаев быйыл ҡыш уңышлы ғына эш ойоштора алыу тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, “ Ағиҙел” МУП-ы директоры Тәлғәт Усманов сүп-сарға бәйле проблемаларын әйтте: “10 йыл эшләү дәүерендә быйыл тәүгә сүп-сар буйынса һүҙ тейҙе. Ҡырағай туристарҙың сүп-сары – проблема.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 20 апрель һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: