Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2021, 12:00

Кеше һәм хоҡуҡ

Ҡоралы булған граждандар иғтибарына!

Ҡоралы булған граждандар иғтибарына!
Әгәр һеҙҙең өйөгөҙ яҙғы ташҡын осоронда һыу сығыу ҡурҡынысы янаған зонала урынлашҡан икән, ҡоралдарығыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында Бөрйән районы буйынса эске эштәр бүлексәһенең дежур төркөмөнә ваҡытлыса тапшырып торорға була. Йәки БР буйынса Рәсәй гвардияһы идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлегенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 55, 31-се бүлмә. Тел.: 8(34755)3-68-92.
Ҡоралды ваҡытлыса икенсе һаҡлау урынына күсергән осраҡта мотлаҡ лицензия-рөхсәт биреү бүлегенә хәбәр итергә кәрәк. Шулай уҡ сит кешеләр өсөн һеҙҙең ҡоралға һәм боеприпастарға тейеү мөмкинлеге булмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: