Районда эшһеҙлек күрһәткесе нисек? Һөнәрең булып та эш таба алмағанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Мәшғүллек үҙәгенән ниндәй ярҙам алырға була?
Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған ошондай һорауҙарҙы Көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге директоры Гөлдәр Әбдрәшитоваға йүнәлттек.
- Гөлдәр Әхмәт ҡыҙы, районда эшһеҙлек күрһәткестәре нисек: кәмейме әллә, киреһенсә, артамы?
- 1-се кварталға ҡарата, иҫәптә 149 (былтыр 69) кеше теркәлһә, уларҙың 83-е эш тапты, шул иҫәптән 28 кешене ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә уҡырға ебәргәнбеҙ. Йыл башынан эш урындары буйынса 143 вакансия тәҡдим ителде. Үҙенә оҡшаған эш эҙләп һәм башҡа төрлө һорауҙар менән 284 (былтыр 132) кеше мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 166-һы эш тапты, шул иҫәптән мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса декрет ялында ултырыусы бер кешене уҡытып алдыҡ. 1-се кварталда һаулығы йәки эш табыу буйынса ҡыйынлыҡ кисергән 2 кеше эшкә урынлаштырылды. Ғинуар айында бер тапҡыр эш йәрминкәһе ойошторолдо.
Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы арала эш эҙләп ир-егеттәр күберәк мөрәжәғәт итә.
- Мәшғүллек үҙәгенең төп йүнәлештәре, бурыстары нимәлә?
- Беренсе сиратта, граждандарға эшкә урынлашырға, һөнәр һайларға, йүнәлеш бирергә йәки алған белемен камиллаштырырға, хеҙмәт баҙарына яраҡлашырға ярҙам итәбеҙ, үҙ эшен асыусыларға булышлыҡ күрһәтәбеҙ. Бынан тыш, яңы һөнәр үҙләштереү, граждандарҙы йәмәғәт эшенә йәлеп итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүләбеҙ.
Эш эҙләүселәргә эш табышыуға, ә ойошма, учреждение, предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә баҫым яһайбыҙ.
Төп бурысыбыҙ – эш тәҡдим итеү, эш биреүселәр менән күберәк хеҙмәттәшлек итеү, уҡыу йорттарын тамамлаусыларға, инвалидтарға стажировка үтеүгә шарттар булдырыу. Был осраҡта эш хаҡын 6 ай дауамында тулыһынса халыҡ мәшғүллек үҙәге түләй. Әммә әлегә уртаса 3 ай ғына түләргә тура килде, сөнки стажировка үтеүселәр ҡайҙа стажировка үткән, шунда эшкә ҡалдылар һәм эш хаҡын эш биреүселәр үҙҙәре түләй башланы.
Эшҡыуарлыҡты ойоштороуҙа мәғлүмәти, хоҡуҡи ярҙам, бизнес-план төҙөү, шәхси эшҡыуарлыҡҡа уҡытыу, һөнәри йүнәлеш йәһәтенән ярҙам күрһәтәбеҙ.
Эш асырға теләүселәргә 2 төрлө дәүләт ярҙамы ҡаралған. Беренсеһе мәшғүллек үҙәге аша бер тапҡыр бирелә торған 145 500 һум күләмендә, шулай уҡ эш асыуға финанс ярҙам сифатында аҡса бирелә. Икенсеһе халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ йәшәүселәргә социаль контракт нигеҙендә тәғәйенләнеүсе адреслы социаль ярҙам (АСПК ИП) субсидияһы бирелә.
АСПК ауыр тормош хәлендә ҡалғандарҙың хәлен яҡшыртыу һәм матди хален тотороҡландырыу өсөн ҡаралған. Уны ошо категорияға ингәндәр генә алыу хоҡуғына эйә.
Уның күләме төрлөсә булырға мөмкин. Ике осраҡта ла хакимиәт кимәлендә төҙөлгән комиссия ҡарап, ҡарар ҡабул итһә, субсидия бүленә. Үҙмәшғүл булып теркәлгән осраҡта ла дәүләт субсидиялары бирелә.
- Йыл әйләнәһенә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге тарафынан үҫмерҙәр ҙә эш таба, үҙҙәрен һынап ҡарай.
-14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙе уҡыуҙан тыш эшкә урынлаштырыу маҡсатында ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөлгән, быйылғы йылдың өс айында 71 уҡыусы эшкә урынлаштырылды. Ә, дөйөм алғанда, уларҙың һаны йыл аҙағына күпкә артып китә. Уларҙың уртаса эш хаҡтары айына 3450 һум. 2020 йылда, пандемияға бәйле, 18 баланы ғына эшкә урынлаштыра алдыҡ.
Эш эҙләгән граждандар ғына түгел, башҡалар ҙа беҙҙең мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә алалар. Беҙҙең үҙәктә 4 инспектор халыҡты ҡабул итә. Әйткәндәй, хәҙер район халҡы мәшғүллек сайты менән әүҙем ҡуллана, үҙҙәренә оҡшаған вакансияларҙы ҡарап, беҙгә мөрәжәғәт итәләр.