Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2021, 09:00

Еңгәм хәмер ҡолона әйләнде...

“Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, килеп дөрөҫ эшләнегеҙ, һеңлекәштең хәле көндән-көн мөшкөлләнеп бара”, - тип ҡаршы алды ул беҙҙе.

“Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, килеп дөрөҫ эшләнегеҙ, һеңлекәштең хәле көндән-көн мөшкөлләнеп бара”, - тип ҡаршы алды ул беҙҙе.
Уйламағанда-көтмәгәндә ағайымдың донъяһына бәлә килде – ҡапыл ғына еңгәм хәмер ҡолона әйләнде лә ҡуйҙы. Аптырамалы инде, элек ауыҙына ла ҡабып ҡарамаған еңгәм хәҙер эсә. Шуныһы аяныслы, беҙ был хәлде белмәй ҙә ҡалдыҡ. Беҙ, тигәнем, ағайымдың туғандары инде. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Ағайымдан ҡала мин, шунан тағы ике ҡустым бар. Бөгөн барыбыҙ ҙа матур донъя көтәбеҙ. Барыбыҙҙың да үҙ ғаиләләре бар. Төрлөбөҙ төрлө ерҙә донъя көтә. Йылына бер-икене генә оло байрамдарҙа күрешәбеҙ. Ә башҡа ваҡытта күберәген телефон аша ғына хәл белешәбеҙ. Унда ла урыҡ-һурыҡ ҡына, өҫтән-мөҫтән генә.

Әле аптырап ҡуям - нишләп мин ара-тирә килеп торған сәләмдәргә иғтибар итмәнем икән?! Үҙегеҙ беләһегеҙ, насар хәбәр атлап-йүгереп түгел, ә осоп йөрөй. Килмәне түгел, килде бит инде ундай сәләмдәр. Хатта минең үҙемде урамда осратып, еңгәңдең хәле шулайыраҡ бит әле, әрәм булып йөрөй, нишләп берәй сараһын күрмәйһегеҙ, тип әйтеп китеүселәр ҙә булды. Әммә мин бындай хәбәрҙәргә, буш һүҙ, кеше нимә генә һөйләмәҫ, тигән кеүегерәк ҡараным. Матур донъя көткәндәренә көнләшәләр, беҙҙе талаштырыр өсөн шулай ҡыланалар, тип үҙемде тынысландырған булдым. Ә бына ағайымдың йомола төшөүенә, ҡунаҡтарға төрлө һылтау табып бармаҫҡа тырышыуына, ваҡыты менән телефонды алмауына, һөйләшкән хәлдә лә ҡырыҫыраҡ яуап биргәндәренә бер аҙ иғтибар итергә кәрәк булғандыр.

Ә шулай ҙа бер көн барыһы ла асыҡланды. Ул көндө ағайым беҙҙе йыйып алды һәм шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр һалды – туғандар, түҙерлек хәл ҡалманы, еңгәгеҙ эсә! Мин аптырап ҡалдым... тип әйтеү бер аҙ алдашыу булыр ине. Белмәнем түгел, белдем бит инде. Бары күрмәмеш тә белмәмеш булып йөрөгән булдым. Еңгәм ҡунаҡ-фәләндә генә бер аҙ байрам итеп алалыр, тип уйланым. Баҡтиһәң, ул йыл самаһы эсендә генә хәмер ҡолона әйләнгән икән. Бындай аяуһыҙ әсе хәҡиҡәтте белгәс, беҙ ысынлап аптырап ҡалдыҡ. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ипләп кенә ағайыма күҙ һалам. Ул өнһөҙ ҡараштарын тәҙрәгә төбәп ҡатып ҡалған. Ҡараштарымды еңгәйемә күсерәм. Уныһы башын түбән эйгән һәм ике усы менән битен ҡаплап шым ғына илай. Ирекһеҙҙән, балаларға күҙ һалам. Береһенән-береһе бәләкәй биш бала мөлдөрәшеп, аптырашып ҡарап ултыра. “Бына шулай, туғандар, өйҙөң ҡото китте, балалар аслы-туҡлы йөрөй башланы, ҡыҫҡаһы, нимәлер эшләр кәрәк”.

Ә нимә эшләр кәрәк? Беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ? Бына ошо һорауҙарға яуап табыуҙары ауыр. Еңгәм бәләкәй бала түгел, ул бөтәһен дә аңлай. Шуға ҡаршы ла яуап бирмәй. Беҙҙең һәр һүҙгә баш ҡағып ризалашып, илап тик ултыра. Бар белгәнебеҙҙе әйттек инде былай. Башҡа нимә эшләйһең инде. Күңелһеҙ генә таралыштыҡ. Ағайым беҙҙе моңһоу ғына оҙатып ҡалды.
Былай итһәң, нисек булыр ҙа, тегеләй итһәң, нисегерәк булыр икән, тигәнерәк уйҙарҙың осона сығырлыҡ түгел. Нимәлер эшләр кәрәк икәнен аңлайым. Ә аныҡ ҡына нимә эшләр кәрәк икән? Бына шуны аңлап булмай. Еңгәм бит элек улай булманы. Донъяһын матур итеп көттө, балаларын яратып туя алманы, ҡайным-ҡәйнәм, бикәс-ҡәйнеш, тип өҙөлөп торҙо. Ҡапылдан ғына кеше улай ҡырҡа үҙгәрә алмай ҙа инде. Бына ошо хәл мине ныҡ аптырата. Көнөн дә уйлайым, төнөн дә уйлайым. Ваҡыт үтә, ә ниндәйҙер яуап таба алмайым. Бер көн атлап барған ерҙән ҡапыл ҡатып ҡалдым – ысынлап та, кеше бит ҡапыл ғына үҙ теләге менән үҙгәрә алмай! Үҙ аҡылында булған кеше бындай тиҙлектә кирегә тәгәрәй алмай! Бар яуап тап ошо һүҙҙәр эсендә ята түгелме һуң? Уйҙарым таралып китмәһен, тигәндәй, башымды ике усым менән ҡыҫып ҡосаҡлайым. Елкенеп киткән күңел бер аҙ тыныслана төшкәс, Аллаға шөкөр, дөрөҫ яуапты таптым, буғай, тип уйлап ҡуям. Әгәр минең фараз дөрөҫ булһа, еңгәм бит кемдеңдер шауҡымында йөрөй. Әллә сихырланылар микән уны? Аллам һаҡлаһын, булмаҫ, тимә. Уны берәй муллаға алып барырға кәрәк!

Ошо ерҙә кәмә тағы ҡомға терәлә – ә мулланы ҡайҙан табырға? Ул заманда илдә үҙгәртеп ҡороуҙарҙың киң ҡолас алған мәле ине. Ҡапыл-ғара белеме булған дин әһелен табыуы ауыр. Намаҙ-ураҙаларҙы кеше йәшереп кенә башҡарҙы. Ә шулай ҙа мин күрше районда бер һәйбәт мулла барлығын ишетеп белә инем. Хәҙер бар ниәтем – нисек булһа ла шул муллаға еңгәмде алып барыу күрһәтеү.

Иртәгеһенә үк бар эшемде ташлап, ирем менән ағайымдарға юл тоттоҡ. Хәл-әхүәл һорашҡас, ниәтебеҙҙе еткерҙек. Еңгәм ҡарышыр микән, тигән шикләнеүҙәр бар ине. Бындай ваҡытта күптәр, нимә, мин һеҙгә бөткән берәй эскесеме әллә, тип үҙеңә тауҙай була ла китә бит. Ярай әле, еңгәм улайтманы, башын һелкеп кенә үҙ ризалығын бирҙе. Ағайым, үҙегеҙ ҡарағыҙ инде, артыҡ өмөт юҡ, тип ризаһыҙ ғына башын ҡағып ҡуйҙы. Шул уҡ көндө еңгәмде үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Ә икенсе көн таң менән күрше районға сығып та киттек.

Ҡояш апаруҡ күтәрелгән мәлдә беҙ тәғәйен ауылға барып та еттек. Кеше күп булыр микән, бөгөн күренеп ҡайта алырбыҙ микән, тигән уйҙар бушҡа булып сыҡты. Элек бит (улай тиһәң, хәҙер ҙә шулай инде) кеше мулла-күрәҙәсегә күп йөрөнө. Ауырығаны ла йөрөнө, ҡыҙыҡ күреп йөрөгәндәре лә булды. Ә бөгөн, аптырамалы инде, берәү ҙә юҡ. Хатта күңелгә бер аҙ ҡыйын булып китте. Һәйбәт мулла тигәндәре әллә шаяртыу булды инде. Ҡыйыуһыҙ ғына ихата эсенә үтәбеҙ. Бына һиңә мә, өй ишегендә ҙур йоҙаҡ тора. Эх, күпме өмөттәр менән килеүебеҙ бушҡа булып сыҡты, буғай. Шулай ҙа ҡапыл ғына кире боролоп сығып китке килмәй. Аптырашып, бер урында тапанып тора бирәбеҙ. Шул саҡ һарай яғынан йүткергән тауыш ишетелде. Тауыш килгән яҡҡа баштарҙы борабыҙ. “Йә, һаумыһығыҙ. Бесәнгә тип әҙерләнеп йөрөй инек. Өлкән улды көтөп бер аҙ һуңлап кителде. Әле тырманы алам тип сығып килгән мәлдә һеҙҙе күреп ҡалдым”, - тип һөйләнә-һөйләнә бер ир кеше беҙҙең яҡҡа ыңғайлап килә ята ине. Ул минең ирем менән ҡуш ҡуллап күреште. Беҙгә итәғәтле генә баш ҡағып ҡуйҙы. Ҡарап торам, хужа әллә ни оло кеше күренмәй. Алтмыш йәше тулмағандыр, моғайын. Кеше һөйләгән мулла ошо микән? Шул арала ул эстән генә ниҙер уҡып, битен һыйпап ҡуйҙы. “Аяҡта дөрөҫлөк юҡ, ултырайыҡ”, - тип эргәләге эскәмйәгә күрһәтте.

Бер аҙ тын ултыра биргәс: “Һеңлекәште сихырлағандар бит”, - тип әйтеп ҡуйҙы. Бына ғиллә, һорашыу юҡ, төпсөнөү юҡ, ҡайҙан-нисек беләлер инде. “Әҙ генә иртәрәк алып килер кәрәк булған. Әҙерәк һуңлағанһығыҙ. Шулай ҙа өмөт бар. Ҡотолоу юлы тик үҙенән тора. Ә хәҙер ҡайтығыҙ. Теүәл бер аҙнанан килерһегеҙ. Алты йомортҡа алып килегеҙ. Уларҙы магазиндан һатып алмағыҙ. Ауылда йәшәйһегеҙ бит, ауыл тауыҡтары һалған йомортҡалар булһын”, - тине.

Былай булғас, ҡотҡарабыҙ еңгәмде! Ә бына, ҡотолоу юлы тик үҙенән тора, тигәне бер ҡолаҡтан инде, икенсеһенән сығып та китте. Аҙаҡ, өйгә ҡайтҡас ҡына, уйланып йөрөнөм был турала. Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһиме - өмөт бар! Шул арала хужа эстән генә ниҙер уҡып, битен һыйпап ҡуйҙы. “Онотоп ҡуймағыҙ, алты метр аҡ тауар алып килегеҙ. Боронғо күҙлекәй аҡ таҫтамал булһа, бигерәк һәйбәт. Ә хәҙер мин бесәнгә бара-йым инде. Һау булығыҙ”, - тип һаубуллашып, һарай яғына китеп тә барҙы. Беҙ урамға сығып, машина эргәһенә килдек. Ә хужа үҙ ғаиләһе менән картуф баҡсаһы яғынан сығып, ике арба булып тейәлешеп эргәләге тауға табан юл тоттолар. Беҙ уларҙың тауға менеп киткәндәрен оҙаҡ ҡарап торҙоҡ.

Теүәл бер аҙнанан беҙ тағы уларҙың өйө алдында инек. “Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, килеп дөрөҫ эшләнегеҙ, һеңлекәштең хәле көндән-көн мөшкөлләнеп бара”, - тип ҡаршы алды ул беҙҙе. Ул еңгәмде алғараҡ ултыртты, беҙ арттараҡ урын алдыҡ. Үҙ алдына оҙаҡ уҡыны. Шунан беҙгә борола биреп, ошоларҙы һөйләне:

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16 апрель һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: