Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2021, 10:00

Талантлы ла, тырыш та

3 йәшендә “Йыл һандуғасы” исеме алған ҡыҙ бит әле ул!

3 йәшендә “Йыл һандуғасы” исеме алған ҡыҙ бит әле ул!
Һеҙ һүрәттә күргән Ҡарамышева Гөлиә Заһир ҡыҙы Әбделмәмбәт мәктәбендә белем ала. Был терегөмөш һымаҡ сос ҡыҙҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ, тиһәң дә дөрөҫ булыр. Шуның өҫтәүенә, матур итеп йырлай ҙа. 3 йәшендә “Йыл һандуғасы” исеме алған ҡыҙ бит әле ул! 5 йәшендә “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Гран-при алып та яҡындарын һөйөндөргән. Былтыр “Сулпылар” республика телевизион конкурсы еңеүсеһе булған – өсөнсө урын яулаған!
Ошо көндәрҙә Гөлиәгә “Тамыр” каналы ойошторған “Йырлы донъя Нурбостан” тигән концертта ҡатнашыу бәхете тейгән. Ә унда иң-иңдәрҙе генә һайлап алалар.

Мәктәптә яҡшы уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ул: бик күп мәҙәни сараларҙы үҙе ойоштора - режиссерлыҡ һәләте лә бар. Әйткәндәй, класташтары менән уҡытыусылары Миңнур Ҡасимова ижад иткән «Рәхмәтле йома» тигән сәхнә әҫәре менән «Ҡыңғырауҙар» район конкурсында 3-сө урынға сыҡҡандар.

Мәктәптең Гөлиә ҡатнашҡан “Вариҫ” төркөмөнөң “Ул Өфөгә барып ҡына ҡайтты” тип исемләнгән сығышы районда Гран-при, зонала беренсе урын яулаған. Ә республика кимәлендәге “Башҡортостан ынйылары” конкурсында лауреат исеме алғандар.

Тырыш ҡыҙ бәйләргә, бешеренергә лә ярата. Күңеленә илһам килгән минуттарҙа хистәре шиғырҙар булып аҡ ҡағыҙға түгелә.

Гөлиә тураһында, “тауышы – атаһынан, сослоғо – әсәһенән”, тиҙәр икән, уның һәр яҡтан һәләтле булып үҫеп килеүенә аптырарға түгел – ояһында ни күрһә, осҡанында шул була.
- Мәктәпкә бик рәхмәтлебеҙ. Тап мәктәп Гөлиәгә ҡанаттар ҡуйҙы, һәләттәренә үҫергә шарттар тыуҙырҙы. Күптән түгел Өфөлә үткән ҙур сараға ла мәктәп директоры И. Үтәбаев машина менән ярҙам итте. Миңнур Ҡасимова менән Зөлфиә Ибәтуллина тырышып әҙерләнеләр. Ҡыҙыбыҙҙың “Тамыр”ҙың финалына барып етеүе, ғөмүмән, уңыштары барыбыҙҙың да ҡыуанысы, - тип алғышлана ҡыҙҙың әсәһе.

Эйе, бер аҡыллы баш әйтмешләй, таланттарға ярҙам итер кәрәк, әрһеҙҙәр былай ҙа юлын табыр. Ә Гөлиә был йәһәттән бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған – өйҙә ата-әсәһе һәр башланғысын хуплап торһа, мәктәптә уҡытыусылары уның шытым биргән һәләттәренә үҫергә шарттар булдырып, был ҡошсоҡто ҙур осоштарға әҙерләй. Ә осоштары ҙур булырына өмөт тә ҙур. Сөнки Гөлиә үҙе лә һәр яҡтан үҫешергә, тиңдәр араһында иң булырға тырышып ҡына тора.
Читайте нас: