Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 11:00

Юл ситтәре таҙартыласаҡ

Өмәлә ҡатна-шыусыларға хәүефһеҙлек сараларын, коронавирус инфекцияһынан һәм талпандан һаҡланыу ысулдарын теүәл үтәргә кәңәш ителә.

Өмәлә ҡатна-шыусыларға хәүефһеҙлек сараларын, коронавирус инфекцияһынан һәм талпандан һаҡланыу ысулдарын теүәл үтәргә кәңәш ителә.
Райондағы экологик хәлде яҡшыртыу, район биләмәһен йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү маҡсатында ағымдағы йылдың 26 апреленән 26 майына тиклем муниципаль һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарының ситтәрен (50 метр яҫылыҡта) таҙартыу буйынса экологик өмәләр үтә. Был юлдар райондағы ойошма-учреждениеларға беркетелгән. Мәҫәлән, Белорет районы сигенән алып Байназар туҡталышына тиклемге ара Урман хужалығы министрлығының Бөрйән районы буйынса территориаль бүлеге менән “Бөрйән урмансылығы” ҡарамағында. Артабан Байназар туҡталышынан Ҡурғашлы туҡталышына тиклемге ара Байназар ауыл хакимиәте яуаплылығында һ.б.

Һәр ойошма үҙ биләмә-һендәге стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмдәрен яҡындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙарына алып барып урынлаштырырға тейештәр.

Был өмәлә ҡатна-шыусыларға хәүефһеҙлек сараларын, коронавирус инфекцияһынан һәм талпандан һаҡланыу ысулдарын теүәл үтәргә кәңәш ителә.

Һәр ҡайһыбыҙ юлдар буйлап йөрөй. Юл ситтәренә сүп-сар ташламайыҡ, ҡый-һайыбыҙҙы үҙебеҙ менән алып китеп, тәүге осраған контейнерҙарға һалып китеүҙе ғәҙәт итеп алайыҡ, райондаштар. Сөнки ер – ул беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Уның таҙалығы беҙҙең ҡулда.
Читайте нас: