Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 14:00

ЮХХДИ хәбәр итә

Мопед, скутер, мотоциклда йөрөгәндә һаҡ бул!

Мопед, скутер, мотоциклда йөрөгәндә һаҡ бул!
Бөрйән районы дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләрҙе мопед, скутер, мотоциклда йөрөүсе бәлиғ булмаған балаларына иғтибарлы булырға саҡыра.
Хәҙер үҫмерҙәр араһында скутер һәм мопедта йөрөү популяр булып китте. Был транспорт төрөнә ултырған балалар ҙа, уларҙың ата-әсәһе лә хәүефһеҙлек, мопедтарҙы йөрөтә белеү-белмәү, водитель таныҡлығының кәрәклеге тураһында оноталар. Шлем кейеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындыралар. Юл-транспорт фажиғәһенә еңелсә генә тарыған хәлдә лә, бала кеше ауыр тән йәрәхәттәре алыуы, хатта үлем осрағы булыуы мөмкин.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмаған балаларҙы руль артына ултыртыуҙы тыйыу кәрәклеген иҫкәртә. Бигерәк тә йәйге каникул осоронда балаларға автомобиль һәм мотоцикл асҡыстарын бирмәҫкә, йөрөй белмәгән килеш скутерға ултырыуҙы тыйырға кәрәк.

Әгәр ҙә 16 йәшлек үҫмер транспортты йөрөтөү өсөн рөхсәт таныҡлығы булмаған килеш мопед, скутер, мотоцикл йә автомобиль йөрөтә икән, уға 5 меңдән 15 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Үҫмер 16 йәштән бәләкәй булған осраҡта уның өсөн яуапты ата-әсәһе тота. Ике осраҡта ла транспорт сараһы тартып алына һәм махсус стоянкаға ҡуйыла.

Мопедты йөрөтөү өсөн үҫмерҙең 16 йәше тулған булыуы һәм уның тейешле белем биреү ойошмаһында курс үтеп, «М» категория-һына водитель танытмаһы алған булыуы шарт.

Велосипедта йөрөүсе балалар өсөн дә юл ҡағиҙәләре бар: 14 йәштән ҙур балаларға юлдың тик уң яҡ ситенән, тротуарҙан йөрөргә рөхсәт ителә. 14 йәшкә тиклемгеләргә автомобиль юлдары буйлап велосипедта йөрөү тыйыла. Улар тротуар, йәйәүлеләр, велойәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдар, велосипед юлдары буйлап, махсус билдә менән күрһәтелгән йәшәү зонаһында йөрөй ала.
Читайте нас: