Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 12:00

“Таҙа Ағиҙел” экологик акцияһы

Республикабыҙҙың төп һыу артерияһы булған Ағиҙелебеҙҙең ярҙары таҙа, матур булһын өсөн барыбыҙҙың да тырышлығы кәрәк.

Республикабыҙҙың төп һыу артерияһы булған Ағиҙелебеҙҙең ярҙары таҙа, матур булһын өсөн барыбыҙҙың да тырышлығы кәрәк.
Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, тәбиғәт объекттарының һаҡланышы өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү, шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Таҙа яр” акцияһы сиктәрендә ра-йонда быйыл да ике этапта “Таҙа Ағиҙел” акцияһы үтә: 26 апрелдән 26 майға тиклем һәм 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем.

Районға ингән урынынан алып район биләмәһенән сығып киткәненә тик-лем Ағиҙел йылғаһының ярҙары район эсендәге ойошма-учреждениеларға беркетелгән. Улар, ҡарарға ярашлы, йылына ике тапҡыр үҙҙәренең ҡарамағындағы биләмәне таҙартырға бурыслы.

Республикабыҙҙың төп һыу артерияһы булған Ағиҙелебеҙҙең ярҙары таҙа, матур булһын өсөн барыбыҙҙың да тырышлығы кәрәк.
Читайте нас: