Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2021, 09:00

Урмандарҙы уттан һаҡлайыҡ!

Урман беҙҙе ашата, һаҡлай, уның уттан һәләк булыуына юл ҡуймайыҡ!Урман янғанын күргән осраҡта 01, 112 телефон номерҙары аша хәбәр итегеҙ.

Урман беҙҙе ашата, һаҡлай, уның уттан һәләк булыуына юл ҡуймайыҡ!
Урман янғанын күргән осраҡта 01, 112 телефон номерҙары аша хәбәр итегеҙ.
Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеү менән кеше урманға ынтыла. Быйыл яҙ аҙағының һәм йәй башының ҡоро булыуы көтөлә. Тимәк, янғын сығыу хәүефе бермә-бер арта тигән һүҙ. Янғындар йыш осраҡта ҡарауһыҙ йәки һүндерелмәй ҡалдырылған усаҡ, ташланған тәмәке төпсөгө, шырпы, быяла ярсыҡтары, транспорт средстволарының глушителдәренән сыҡҡан осҡондар арҡаһында килеп сыға. Йәшен арҡаһында сыҡҡан янғын осраҡтары ла йышая. Шуға күрә айырыуса яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефе көсәйгән мәлдә түбәндәгеләр тыйыла:
- йәш ылыҫлы һәм зыян күргән урмандарҙа, торфлы ерҙәрҙә, ағас ҡырҡҡандан һуң таҙартылмаған урындарҙа, ҡаулан үлән булған һ.б. ерҙәрҙә усаҡ яғыу;

- урманда һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө һәм тәмәке тартыу төрөпкәләрендәге эҫе көлдө, быяла (быяла шешә, банка һ.б.) ташлап китеү;

- һунарҙа яныусы һәм быҫҡыусы материалдарҙан пыж ҡулланыу;

- махсус ҡаралған урындарҙан башҡа ерҙәрҙә бензин, кәрәсин йәки башҡа тиҙ яныусан матдәләр һеңгән әйберҙәр (ҡағыҙ, туҡыма, пакля, мамыҡ һ.б.) ҡалдырыу;

- техниканың двигателе эшләп торғанда уға яғыулыҡ ҡойоу, двигателде туҡландырыу системаһы төҙөк булмаған машинаны ҡулланыу;

- яғыулыҡ менән эшләүсе машиналар янында тәмәке тартыу йәки асыҡ ут менән файҙаланыу;

- урмандарҙы көнкүреш, төҙөлөш, сәнәғәт ҡалдыҡтары йәки башҡа сүп-сар менән бысратыу;

- урмандарға яҡын урындарҙағы ер участкаларында даими күҙәтеүһеҙ ҡаулан үләнде үртәү.

Бары тик киңлеге кәмендә 0,5 метр итеп минераллаштырылған (һөрөлгән) һыҙат менән уратып алынған майҙандарҙа йәки ял итеү өсөн ҡулайлаштырылған урындарҙа ғына усаҡ яғыу рөхсәт ителә.

Урманға ингән транспорт техник яҡтан төҙөк булырға тейеш. Шулай уҡ үҙең менән янғын һүндереү өсөн тәү кәрәк булған әйберҙәр булырға тейеш: көрәк, ут һүндергес, һыулы канистр.
Хәтереңдә тот! Урмандың иң ҡурҡыныс дошманы – ут!

Үрт һалыуға ғәйеплеләр административ һәм енәйәт яуаплылығына йәлеп ителә.

Урман үҫентеләренә зыян килтергән йәки уларҙы юҡ иткән өсөн штрафтар, шулай уҡ иректән мәхрүм итеү рәүешендә язалар ҡаралған.

Иҫләүегеҙсә, үткән йылда урмандар күп янды. Шул хәл ҡабатланмаһын өсөн һәр беребеҙгә иғтибарлы һәм уяу булырға кәрәк.

Янғын сыҡҡан осраҡта ирекмәндәр ярҙамға ашыға. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Ләкин янғын һүндереүгә 55 йәшкә тиклемге, медицина белеме булған йә ашнаҡсы ҡатын-ҡыҙҙар ғына йәлеп ителергә тейеш. Ирҙәрҙең йәше 60-тан уҙмауы шарт. 18 йәшкә тиклемге балаларға янғын һүндереүҙә ҡатнашыу тыйыла. Ирекмәндәргә шуны ла иҫәпкә алыу кәрәк: үҙеңде һаҡлау йәһәтенән урманға сыҡҡан осраҡта талпан энцефалитынан, сысҡан биҙгәгенән прививка эшләтеү зыян итмәҫ.

Урман беҙҙе ашата, һаҡлай, уның уттан һәләк булыуына юл ҡуймайыҡ!

Урман янғанын күргән осраҡта 01, 112 телефон номерҙары аша хәбәр итегеҙ.
Читайте нас: