Бөрйән районында суд приставтары һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан берлектә үткәрелгән «Бурыслы» операцияһы барышында 150 самаһы машина туҡтатылып, тикшерелде.
«Мобиль эҙләү» («Мобильный розыск») ҡушымтаһы ярҙамында мәжбүри башҡартыу органы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең бурыслы булыу-булмауҙарын, шулай уҡ граждан үҙенең финанс йөкләмәләрен йәшереп йөрөмәйме-юҡмы икәнлеген тикшерҙе. Суд приставтарына ҡабул ителеүгә саҡырып 31 повестка тултырылды. Бурыс-тары булған башҡа автоһәүәҫкәрҙәргә штрафтарын үҙ ваҡытында һәм ирекле рәүештә түләп ҡуйырға тәҡдим ителде.
«Бурыслы» операцияһы үткән урында хеҙмәткәрҙәр, дөйөм алғанда, фискаль түләүҙәр буйынса бурыстары булған граждандарҙың 5 транспорт сараһын аресҡа алды.
Бынан тыш, алименттар буйынса бурыслыны иҫәпләп сығарырға мөмкинлек булды. Ул гражданинға ҡарата РФ КоАП-ының 5.35.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ протокол төҙөлдө. Суд приставтары урында уҡ артабан алимент түләнмәгән хәлдә автомобиль менән идара итеүгә махсус сикләү индерелеү ихтималлығы тураһында иҫкәртеү ҡарары сығарҙылар.
Суд приставтары граждандарҙың хәтеренә төшөрә: Рәсәй УФССП-һының БР буйынса хеҙмәте һәм Дәүләт автоинспекцияһы сайттарында урынлаштырылған онлайн-сервистар ярҙамында (Банк данных исполнительных производств (http://r02.fssp.gov.ru/iss/ip) и раздел «Проверка штрафов» (https://гибдд.рф/check/fines), шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталында мәғлүмәттәр алырға һәм бурыстарҙы ҡаплап ҡуйырға мөмкин.