Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 09:30

Эшендә абруй ҡаҙанған

Кеше матур эше менән, тип тиккә әйтмәйҙәр. Һарғая ауылы уҙаманы Шишков Ирек Васильевич хаҡында ғына әйтелгәндер төҫлө ошо мәҡәл.

Кеше матур эше менән, тип тиккә әйтмәйҙәр. Һарғая ауылы уҙаманы Шишков Ирек Васильевич хаҡында ғына әйтелгәндер төҫлө ошо мәҡәл.
Халыҡ әйтмәксе, тыуаһы-тыуғандан ҡурсаулыҡта эшләп, эш тип йән атҡан баһалы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ул.
1959 йылдың 16 сентябрендә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы һаналған Һарғая ауылында донъяға ауаз һалған мәҡәләм геройы. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Ҡағыла 8-се класты бөтөп, Ишембай районының Петровский ауылында электрик һөнәрен үҙләштергән. 1976 йылда ДОСААФ-та водитель һөнәренә уҡығас, 1977 йылда әрме сафына алынып, Дағстанда автобатта хеҙмәт иткән.

Әрмелә ир-егетлек мәктәбен үтеп ҡайтҡас та ҡурсаулыҡҡа эшкә инә йәш егет. Унан Себер тарафтарына юлланып, 5 йыл быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй.
1987 йылда тыуған ауылына ҡайтып, ҡурсаулыҡҡа эшкә инә һәм әлегәсә шунда тир түгә Ирек ағай. 45 йыл хеҙмәтенең иң сағыу, фиҙакәр өлөшө – тәбиғәтте һаҡлау, ҡурсаулыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу.

Үҙ эшенә бирелгән, яуаплы һәм тәжрибәле кешене етәкселек шәйләмәй ҡалмай – 2008 йылдан алып Ирек Васильевич ПХС (янғын-химия станцияһы) начальнигы.
Бик иртә әсәһенән ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫһә лә, йәненә яҡын ғәзиз кешеһенән матур тәрбиә, тормош юлында кәрәкле күркәм холоҡ-сифаттар алып үҫкән Ирек ағай. Олатаһы Ишемов Бикйән Мөхәмәҙиә улы сығышы менән Мәһәҙей кешеһе булһа, балаһының балалары өсөн йәнен фиҙа ҡылған Ғәлимә инәй – Ҡолғана ауылы ҡыҙы. Бикйән олатай – Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Ватаны өсөн изге яуҙа баш һалып, алыҫ Латвия ерҙәрендә ятып ҡала, балаларының бәхетле саҡтарын күреү насип булмай Еңеү һалдатына...

Ғәлимә Әхмәдинур ҡыҙы дүрт баланы үҙенекеләй күреп ҡарап үҫтерә. Роза Белоретта төпләнһә, Радик - Ырғыҙлыла, Рәил Өфөлә нигеҙләнә.
“Әле булһа беребеҙ өсөн икенсебеҙ йәнен бүлеп бирерҙәй булып йәшәйбеҙ. Рәхмәт инде өләсәйемә беҙҙе ошондай итеп тәрбиәләгән өсөн...” - тип матур хәтирәләргә бирелә Ирек ағай.
Өләсәйле, хуш еҫле икмәк еҫтәрен аңҡытҡан, һаумал һөт тәмен әйткән, тыуған өй йылыһын татытҡан алыҫ бала сағын күңел йәдкәре итеп йөрәк түрендә әле лә һаҡлай ул.
“Атайым Ишембай (элекке Маҡар) районы Васильевка ауылы кешеһе. Сыуаш булһа ла, башҡортса һөйләште. 50-се йылдарҙа ҡурсаулыҡ ябылып, леспромхоз асылған осорҙа ошо яҡтарға эшкә килгән дә, ғүмерлеккә тороп ҡалған. Ғүмере буйы ҡурсаулыҡта эшләне, лесник, лаборант булды”, - ти Ирек Васильевич.

Оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡта водитель булып эшләне Ирек ағай. Автобус йөрөттө. Техникала үткән юлы Ер шарын әллә нисәмә урап сығырлыҡтыр ҙа инде.
Насип йәре Шәһиҙә апай Яуымбайҙа Ҡайнөй йылғаһын һыулап, ауылының йәшел сиҙәмендә аунап буй еткергән. 1981 йылда өйләнешкән Шишковтарҙың өлгөлө ғаиләһендә өс бала – Вадим, Ләйсән, Эльвира тәрбиәләнә. Вадим Өфөлә йәшәй. Үҙ эшен асып, мәрйә килен менән 3 бала тәрбиәләйҙәр. Балалар башҡортса һөйләшә беләләр, тип һөйөнә олатай.

Ләйсәндәре – Байназар килене. Артур Ишбулатов менән ике бала үҫтерәләр. Эльвиралары – Иҫке Собханғол ауыл хакимиәтендә белгес, Дим менән игеҙәк ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.
Шәһиҙә Шәғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡ ҡунаҡханаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Пенсияға сыҡҡас та, эшенән айырыла алмай, 3 йыл эшләп ташланы. Баҡсаһын сәскә-гөлгә күмеп, оҙон йәй ғүмерендә ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килеп йәшәй.

Шишковтарҙың тағы бер уртаҡ ҡыуанысы бар – матур йорт һалып сыҡҡандар. Ағас сығартып алғас, бураһын буратып, бер йылдан күтәреп, ҡарағай еҫе аңҡып торған ҙур өйөнә ҡаланыҡы кеүек шарттар булдырып ҡуя Ирек ағай. Хәҙер эҫе һыуы ла, һыуығы ла - өйҙә. Төймәгә генә баҫып ҡартлыҡ шатлығын кисереүҙәре. Хеҙмәт емештәренең мәнфәғәтен күреп ултырырға ғына яҙһын!

“Коллективҡа ныҡ эҫенгәнмен, китке лә килмәй. Әммә эш аҡсала ла тормай – йәштәр килһен, эшләһен, беҙгә хеҙмәтебеҙҙең емештәрен тирер кәрәк”, - ти Ирек ағай.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙарына бер түгел ике тапҡыр лайыҡ булған, ҡурсаулыҡтың бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына эйә Ирек Васильевич бөгөн яҙмышына, эшләгән коллективына, етәкселегенә, ауылдаштарына, ғаиләһенә рәхмәтле – быуатташ, хеҙмәттәш, фекерҙәш, рухташ, ватандаш булғандары, үҙенә насип ғүмер арауығында матур солғаныш һәм мөхит бүләк итеүҙәре өсөн...
Читайте нас: