Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 11:00

Афған тауҙары ҡып-ҡыҙыл...

...Марттың ҡояшлы көндәренең береһендә редакциялағы эш бүлмәбеҙҙең ишегенән башын ғына тығып йөҙө ҡояштай балҡыған бер ир-уҙамандың һаулыҡ һорашыуы ла булды, был ихласлыҡ арбанымы, унан гәзит тураһында уй-фекерҙәрен, тәҡдимдәрен һорашып ҡалырға була һүҙ башланыҡ.

...Марттың ҡояшлы көндәренең береһендә редакциялағы эш бүлмәбеҙҙең ишегенән башын ғына тығып йөҙө ҡояштай балҡыған бер ир-уҙамандың һаулыҡ һорашыуы ла булды, был ихласлыҡ арбанымы, унан гәзит тураһында уй-фекерҙәрен, тәҡдимдәрен һорашып ҡалырға була һүҙ башланыҡ.
Бына шулай аралашып киттек Афған һуғышы ветераны Әхнәф Абдразаҡ улы Алтыншин менән.
Армиянан ҡайтҡас, колхозда тракторист булып эшләүсе егет бер туйҙа үҙенең ғүмерлек йәре Фирүзәне осратып, матур ғаилә ҡоралар, өс бала үҫтерәләр. Балалары барыһы ла белем алып, тормошта үҙ юлдарын тапҡандар. Өлкәндәре Артур район үҙәк дауаханаһы стоматологы, үҙ ишен табып, малай үҫтерәләр, өй һалып ингәндәр. Гөлсинәләре – уҡытыусы. Әлеге ваҡытта офицер ире менән Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Илүзәләре педколледжда белем ала.

Әйткәндәй, күптән түгел Әхнәф менән Фирүзә Мәскәүҙәге ҡыҙҙарында ҡунаҡта булып ҡайтҡандар.

-Бик матур йөрөп ҡайттыҡ. Ветеран булараҡ, музейҙарға ла, “Патриот” паркына ла, зоопаркка ла, мавзолейға ла бушлай үткәрҙеләр, - тип ҡыуана Әхнәф.
Ғөмүмән, байтаҡ ерҙәр күргән ул. Колхозда эшләп йөрөгәнендә 5 айға Волгоградтағы трактор заводына командировкаға ла ебәреп алғандар икән.
Һүҙ ағышы яйлап Афған һуғышы ветеранының хәрби бурысын үтәгән мәлдәренә боролдо...

-Армияға райондан Олег Ғәлиев, Илһам Аҙанғоловтар менән бергә киттек. Үҙебеҙҙең ауылдан башҡа ергә сыҡмаған, хатта күрше Яуымбай ауылын да белмәгән 18 йәшем яңы тулған малай инем ул мәлдәрҙә. Өфөлә арлы-бирле бер кис йоҡлап та өлгөрмәнем, төндә тревога менән уятып, вокзалға алып киттеләр. Поезға ултырттылар. Ҡайҙа киткәнде лә белгән юҡ. Ырымбурға алып барҙылар. Ошонда 4-5 ай курс үтәһегеҙ ҙә Афғанстанға ебәрәбеҙ, тинеләр. Ризаһыңмы-юҡмы - уны һорап торған кеше юҡ.

Артиллерия часында хеҙмәт иттем. Унда барасаҡ урыныбыҙҙың үҙенсәлектәре, халҡы, үҙ-үҙеңде һаҡлау алымдары тураһында һөйләнеләр һәм, әлбиттә, һуғышҡа әҙерләнеләр. 5 айҙан һуң самолетта 200-ләп һалдатты Афғанстанға алып барып төшөрҙөләр. Кундуз тигән ер ине был. Артабан вертолет менән Пули Хумри тигән урынға оҙаттылар. Бану провинцияһына эләктек. Взвод командиры урынбаҫары итеп ҡуйҙылар.

Төрлө хәлдәр булды инде унда... Бер ваҡиға айырыу-са ныҡ хәтерҙә ҡалған. Беҙҙе 1 аҙнаға тауҙарға операцияға сығарҙылар. Һәр беребеҙ 40-ар килолыҡ йөк йөкмәп алғанбыҙ. Унда аҙна ашарлыҡ ризыҡ, һыу, яғыулыҡ, ҡорал һ.б. Аҙналыҡ ҡына сухой паек менән сығып китһәк тә операциябыҙ айға һуҙылды. Ашарға бөттө, тауҙарҙа һыу юҡ. Вертолет менән ара-тирә генә һыу ҡалдыралар. Тәнде ҡурып алып барған эҫелә ул оҙаҡҡа төтәме һуң инде. Бер мәл һауала беҙҙең самолеттар оса, парашюттар ташлай башланылар. Беҙҙе онотмағандар, ашарға ташлайҙар, тип беҙ, өмөтләнеп, күктән күҙҙе лә алмайбыҙ. Бер ваҡыт парашюттар барып төшкән ерҙәрҙә ҡот осҡос шартлауҙар яңғырай башламаһынмы. Беҙҙе дошмандар менән бутағандарҙыр, бәлки. Хәйер, ул тирәлә дошмандар ҙа күп булды инде. Ярай, беҙҙән ситкәрәк төштө бомбалар. Шул ваҡытта ул шартлауҙарҙан миңә ер күсәренән ысҡыныр кеүек тойолғайны.

Оҙаҡ ашарға булмағас, хәл тамам мөшкөлләнә башланы. Бер мәл мине командир саҡырып алды ла, Алтыншин, бына һиңә һалдат, яҡындағы ҡышлаҡтан ашарға табып алып кил, тигән бойороҡ бирҙе. Армияла командирҙың бойороғо – закон. Киттек.

Эйе, яҡында бер бәләкәйерәк ҡышлаҡ бар ине. Китеп барған ыңғайы һауаға атып алабыҙ, граната ташлайбыҙ. Былар барыһы ла кешеләргә атмаҫ өсөн эшләнгән хәйләләр. Ҡурҡып, ҡышлаҡтарын ташлап китә торһондар, тигән ниәт менән эш итеүебеҙ инде. Ысынлап та, кешеләр ҡасты.
Уларҙың йәшәү-көнитмештәре бик хөрт була торғайны. Хәйер, әле лә артыҡ үҙгәреш юҡ, тиҙәр. Балсыҡ өйҙәр, ер иҙән... Ерҙә дөйә йөнөнән һуғылған балаҫтар. Уларҙы көндөҙ төрөп торалар ҙа, йоҡлар алдынан тағатып ебәрәләр.

Бер өйгә индек. Балсыҡ һауыттарҙа иген, дөгө, әҙерәк он таптыҡ...
Шул ваҡиға иҫемә төшһә, әле лә ҡыйын булып китә. Һалдат бойороҡ үтәй бит инде, ант биргәнбеҙ, икенсенән, астан үлге килмәй бит... Иң мөһиме, кешеләргә зыян килтермәнек.
Күптәр немец фашистары менән беҙҙекеләр һуғышы һүрәтләнгән киноларҙағы һымаҡ күҙаллай афған һуғышын. Юҡ, бөтөнләй башҡа булды унда һуғыш. Дошман ҡапыл килеп сығып ата ла, күҙ асып йомғансы юҡ та була. Улар бит шул тауҙар араһында үҫкән кешеләр, төрлө һуҡмаҡтарҙы, йәшеренер урындарҙы яҡшы беләләр.

Һуғышсылары араһында төрлө халыҡ вәкилдәре бихисап: пуштундар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр... Афғандарҙың теле грузиндарҙыҡына тартымыраҡ. Беҙҙә грузин егеттәре тәржемәсе булып йөрөнөләр. Тажик теленә лә яҡынлыҡ бар.

Шулай бер афған һалдаты булған үзбәк егете менән һөйләшергә тура килде. Телдәр оҡшаш булғас, аралашыу ауырлыҡ тыуҙырманы. Улар русса белмәйҙәр. Мин тегеләрҙең һөйләгәнен командирҙарға тәржемә итеп йөрөнөм.

“Бында мин хеҙмәт итергә килдем. Ике ағайым миңә ҡаршы һуғышып йөрөйҙәр. Афғандар беҙҙең ауылдарға киләләр ҙә урамдан һуғышырға һалдат йыйып ала ла китәләр. Бер йыйғандарында мин дә эләктем. Хәллерәк йәшәгәндәр аҙаҡ ҡасып ҡайталар. Ә миңә бында яҡшыраҡ. Сөнки кейем бирәләр, ашарға бирәләр, тағы нимә кәрәк”, тип һөйләне ул.
Эйе, ауыр йәшәй ярлы халыҡ ул яҡтарҙа. Һыйыр егеп ер һөрәләр. Игенде ҡул менән сәсәләр, өлгөргәс, ҡул менән көлтәгә бәйләйҙәр, кипкәс, һуғып алалар. Беҙҙәге революцияға тик-лемге ысулдар менән эш итәләр инде.

Уңышты йылына ике тапҡыр йыялар. Тәүгеһен февралдә сәсеп, май тирәһендә, икенсеһен майҙа сәсеп, август аҙағында уралар.
Әйткәндәй, унда хеҙмәт иткәндә ҡарҙы арлы-бирле бер тапҡыр ғына күрҙем. Ҡыш булмай тиерлек. Еүешлек кенә булып тора.
Яҙғыһын бигерәк матур була ул яҡтарҙа. Тотош тау битләүҙәре ҡып-ҡыҙыл булып, уттай яна - мәк, тюльпан сәскәләре ата.

Бына шулай, нигеҙҙә, аслы-туҡлы йөрөргә тура килде. “Үҙебеҙҙең илгә ҡайтһам, тәмле нәмәләрҙе рәхәтләнеп ашар инем инде”, тигән хыял менән йәшәлде. Малай ғына инек бит...
Ҡайтыу үҙе бер тарих булды инде. БТР-ҙарҙа, КамАЗ-дарҙа Термезгә килеп төштөк. Һалдаттарға үҙебеҙҙең совет аҡсаларын таратып бирҙеләр. Миңә аҡса ябай һалдаттарға ҡарағанда күберәк эләкте. Шунда уҡ Ташкентҡа поезға билет алдым. Унан – Ырымбурға, Ырымбурҙан – Өфөгә, Өфөнән – Белоретҡа. Ул яҡтарҙан ҡайтыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы. Иң кәттәһе Белоретта булды. Беҙҙең быуын яҡшы белә инде ул мәлдәрҙәге транспорт ҡыйынлығын.

Белореттың автовокзалына барһам, ғәҙәттәгесә, Бөрйән автобусына билеттар юҡ. Автобус туп-тулы. Бер таныш ҡыҙыҡайҙы осраттым. Ул йүгереп йөрөй инде миңә ярҙам итмәк булып.
Ахыры, аптырағас, шоферға барҙым.

-Яуымбайға тиклем ал әле, - тейем.
-Һалдатмы? Афғанда булдыңмы? – тей.
-Эйе, - тейем.
-Һалдатты ҡалдырып китмәйбеҙ инде, һалдатты ултыртабыҙ, - тей киң күңелле урыҫ.
-Минең менән бер апай бар бит әле... – тейем тегегә.-Һалдат апайһыҙ булмаҫ инде, әйҙә, ултырһын, - тине.

Шулай Яуымбайға килеп төштөм. Автобус ары китте. Үҙемдең тыуған еремә имен ҡайтыуыма ышана алмай, бер гилке баҫып торҙом әле. Шунан эргәләге йылғаға ҡул йыуырға төштөм. Ул арала бер машина килеп туҡтаны ла унан бер генә кеше төштө. Ҡыҙыҡһынып, ҡарай ҡуйҙым да... күҙем шар булды. Әсәйем ине... Әүжәндәге әхирәтенән ҡайтып килә икән. Ҡосаҡлашып илаштыҡ...

Тормошомдан ризамын. Ут-һыуҙар кисергә тура килһә лә, имен әйләнеп ҡайтырға насип булды. Фирүзә менән матур итеп ғаилә ҡорҙоҡ, бына тигән балалар үҫтерҙек. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә кәрәк, - ти 3 йәшендә генә атай наҙынан, хәстәренән мәхрүм ҡалған Әхнәф. Атаһы үлгәндә улар ғаиләлә 6 бала булғандар: иң олоһона 12 йәш, иң бәләкәйенә – 6 ай...

-Әсәйем беҙҙе матур итеп көттө. Хәҙер уға 90 йәш. Шөкөр, үҙ йүнен үҙе күреп, елдереп йөрөй әле ул, - тип йылмая.

Ғөмүмән, тормоштан йәм табып, рәхмәтле булып йәшәй ул. Ана, күптән түгел Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнөндә ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең матур сара ойоштороуҙарын да, 8 мартта ла халыҡҡа бына тигән байрам, йәрминкә үткәреүҙәрен дә ҡыуанып телгә алды.
Ҡыҫҡаһы, тормоштоң ҡояшлы яғында йәшәй ветеран.

Ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәй, күңел ҡапҡаларын донъяға шар асып, тормоштоң һәр миҙгеленән йәм табып, күңел матурлығын башҡаларға өләшеп йәшәүҙәлер ул тормош мәғәнәһе. Афған һуғышы ветераны Әхнәф Алтыншин менән әңгәмәләшкәндән һуң күңелдә шундай тойғо ҡалды...
Читайте нас: