Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2021, 11:45

“БАЙҘАР” АУЫЛЫНА ОҘАТА АЛМАНЫ ӘСӘЙЕМ...

Туйҙан һуң әсәйем мине оҙатып алырға килеүҙәрен көтә башланы.Тик... оҙата алманы ул мине «байҙар» ауылына.

Туйҙан һуң әсәйем мине оҙатып алырға килеүҙәрен көтә башланы.
Тик... оҙата алманы ул мине «байҙар» ауылына.
Ниңәлер бөгөн тағы ла үткәндәргә әйләнеп ҡайттым... Уйҙарым менән, әлбиттә.
Беҙҙең Килдеғолда колхоз гөрләп торһа ла, мин килен булып төшкән һәм хәҙерге көнгә тиклем ғүмер иткән Ҡолғана ауылы боронғоға тартым ине. Туйҙан алда уҡ Ҡолғана ауылында йәшәүсе Сәмсүрә апайым әсәйемде лә, мине лә борсоуға һала башланы.

– Ҡолғаналар шул тиклем бай йәшәйҙәр, апай, ҡыҙ оҙатыуға бөтә нәмәң етеш булһын, оятҡа ҡалып ҡуйма һ.б.
Әсәйем әллә күпме янсыҡ эшләне, мин 18 таҫтамал сиктем, етмәһә, остарына селтәрҙәр бәйләнем, ул ынйылап эшләгән ҡулъяулыҡтарҙың иҫәбен дә онотҡанмын инде. Эш араһында
әсәйемә лә, йүгереп йөрөгән еңгәмә лә әйтеп ҡарайым:
– Улар шул беҙҙең кеүек йәшәйҙәр инде, тик аттары бар.
– Эйе, шулай булмай ни, атыу ни өсөн бөтә егеттәре лә матай менән йөрөй? Магазингә килһәләр ҙә бер арба нәмә алалар, – тип еңешә әсәйем.
– Һиндә лә 3 һыйыр, уларҙа ла 2 йә 3 һыйыр, – мин ысынлап еңешә башлайым (ундай ҡылығым булды, әле лә бар), - зато беҙҙең өй ҙур, беҙҙеке кеүек өй уларҙа берәүҙә лә юҡ.
Әсәйем, миңә ҡул һелтәй ҙә түшәк-юрғандарын барлай башлай.

– Уй Алла, сергетышым берәү генә бит әле, әй, бына яңы кейеҙҙе ҡушып бирермен.
Үҙе кейеҙҙән дә алда бер сағыу тирүгәне һөйрәп сығара ҡаранды араһынан.

– Ҡолғаналағы Ғәрибә еңгәйҙән һуҡтырып алғайным, бер тоҡ он биреп, әл дә тотонмағанмын, һиңә яҙған икән.
...Гөрләп туй үтеп китте.

Күп йылдар үтеп, балалар минән:
– Әсәй, һинең туй күлдәгең ниндәйерәк булды, алтын балдағың (никах балдағы) булдымы? – тип һораһалар туйҙа кейгән аҡ ерлеккә алһыу борсаҡтар һибелгән, ҡабарып торған итәкле, күпертеп ҡуйылған ҡыҫҡа еңле күлдәгем иҫкә төшә торғайны. Ә балдаҡ булманы, ул заманда балдаҡтар һирәк парҙарҙа булғандыр, тип уйлайым.
Туйҙан һуң әсәйем мине оҙатып алырға килеүҙәрен көтә башланы.

Тик... оҙата алманы ул мине «байҙар» ауылына.

Ат егеп кейәүе килеп төштө лә:
– Кордондан эш белешкәнмен, квартира бар, йыйын, шунда китәбеҙ, – тине, беҙҙе аптыратып. Мин әллә ни аптыраманым, сөнки киноны ике ауылда ла (Һарағы, Кордон) ҡуя инем. Ә әсәйем аптыраны, хәтәр итеп ҡыҙ оҙатырға йыйынғайны бит инде ул.

Ул арала ҡапҡаға ат туҡтағас, еңгәйҙәрем йыйыла башланы, ә улар күп кенә.
Әсәйемә мине Кордонға оҙатыуҙан башҡа сара ҡалманы. Еңгәйҙәрем шәп ине, барыбер һандыҡ һатып, уйнап-көлөп оҙатып ҡалдылар.
З. Айытбаева.
Читайте нас: