Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2021, 13:00

Һинең ҡара һыҙатың башлана... йәки кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәнгә бер ҡараш.

“ Хәҙер негатив күбәйҙе: ҡайҙа ҡарама – тәртипһеҙлек, эскелек, янъял-тартыш, телевизорҙы, социаль селтәрҙәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ – улар үрҙә әйтелгәндәр менән лыҡа тулы”, -тигән зар-бошоноуҙы юҡ-юҡта ла ишетеп тораһың.

“ Хәҙер негатив күбәйҙе: ҡайҙа ҡарама – тәртипһеҙлек, эскелек, янъял-тартыш, телевизорҙы, социаль селтәрҙәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ – улар үрҙә әйтелгәндәр менән лыҡа тулы”, -тигән зар-бошоноуҙы юҡ-юҡта ла ишетеп тораһың.
Эйе, улары ла күптер. Шулай ҙа... Теге йылан болондағы сәскә –үләндән ағыу тапһа, бал ҡорто бал табыр, тигән мәҡәл-әйтем дә тиккә сыҡмаған бит ул. Күңел көмбәҙеңә,аҡыл тоҡсайыңа, иман байлығыңа, рух ныҡлығыңа мөрәжәғәт итәһең инде бындай саҡта. Барыбер Хаҡ-хөкөмдар – Аллаһы Тәғәлә.

Элек булды был хәл.Бер мәлде өй телефонынан берәү редакцияға шылтырата: “ Һаумы!” “Һаубыҙ!”-булды яуап. “ Һинең, ней, ҡара һыҙатың башланырға тора. Белеп йөрө: улың ауырыясаҡ, фәлән дә төгән буласаҡ...”

“ Һеҙ күрәҙәсеме әллә? Нимә булһа ла, тәҡдир ҡушҡанса буласаҡ. Мин күрәҙәгә, күрәҙәлек итеүгә ышанмайым. Бер Аллаһҡа ғына ышанам. Аллаһ тәҡдиргә яҙғанды күрмәй булмай!”-тинем. Теге ҡатын ыҫылдап ағыуын сәсеүҙән, мине хафаға һалдым, тип ышаныуынан, буғай, риза һәм тантаналы тонда ниҙер мығырҙап, трубканы һалды. Ултырып бөтәһе лә һәйбәт булһын, тип доға ҡылдым да, үҙемде, балаларымды Аллаһҡа аманат итеп тапшырҙым да был ваҡиғаны оноттом. Фани донъяһынан баҡыйына күсте ул апай.
Былтыр бер ханым редакцияға “шиғыр” ҙарын алып килде. Уҡып сыҡтым да:” Былар өҫтөндә ныҡ ҡына эшләр кәрәк, теге ерен тегеләйтеберәк , был ерен былайтыбыраҡ иткәндә...”-тип кәңәш бирергә асҡан ауыҙҙы йомдороп та ҡуйҙы: “ Ултыраһың шунда минең нәмәне баҫмай. Үргә, начальствоңа шылтыратһам, вы-жж-т итеп осоп киткәнеңде лә һиҙмәҫһең әле, фәлән дә төгән...”

“ Ҡапаҡтамағыҙ ҙа, ужы ла һалмағыҙ, Аллаһ ҡушмаған эш булмаҫ, мин инде Аллаһтан ғына ҡурҡыр дәрәжәгә еткәнмен, яҙығыҙ, ошаҡлағыҙ – мәйелегеҙ!”-тигәс, үҙе лә аптырабыраҡ ҡалды. Бынау һәр береһе эш урыны өсөн дер ҡалтыраған заманда бер “йөрәкле” табылды, тип уйланымы, ниәтен бойомға ашырыу йәһәтенән ҡуҙғалдымы – шым ғына сығып китте...
Өсөнсө бер осраҡта тағы шылтыраттылар:” Ял көнө кәйефеңдө төшөрөп алайым, тигәйнем...” “Нимә тейегеҙ?” –тип ҡабаттан һорайым был мәғәнәһеҙ һүҙҙәрҙе ҡолағым яңылыш ишетәме, тип. Һәптеюҡ негативын минең күңелгә ҡойғас, выждан ғазабы кимерә башланымы, башҡа сәбәпме – аҙыраҡ йомшай төштө. “Ярай, һәр икебеҙгә бер Хөкөмдар бит, Ул дөрөҫ итеп баһалар”,-тинем.

Мәллек үс өсөн мәңгелек тамуҡлы булыуҙан ҡурҡмағандары ла, был кешенең доға-ҡалҡаны бар, әйткәнем бумеранг булып үҙемә ҡайтмаҫмы, тип ике ятып бер баштарына ла килтермәгәндәре лә бар донъялағы кешенең. Донъя сыбар. Донъя матур. Донъя аҡлы-ҡаралы. Кем әйтмешләй, әлдә генә бөтәбеҙ өҫтөнән ҡарап тороусы, барын күреп, барын белеүсе Аллаһы Тәғәлә бар. Әлдә генә. Юғиһә кемгә һыйыныр ҙа, кемдән ярҙам һорар инек? Тотош оло-ғара донъяны ҡосоп, барыһын иҙеп-тапап юҡ итергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Һәр Мусаға – Үҙ фирғәүене, тигән әйтем дә нигеҙһеҙ тыумаған.

Ә мин йәшәй-йәшәй шуны аңланым – донъяла иң ҙур байлыҡ һәм һәр нәмәнән ҡалҡан – иман байлығы икән. Динде белһәң, Ҡөрьән аҡылы, хәҙистәр хәҡиҡәте менән йәшәһәң, ошондай нәмәләр – диңгеҙ даръяһына атылған бер тамсы нәжес кенә.
Мостай әйтмешләй, Ер шарының ҡояшлы яғында, күңелеңде иман һуғарып торған яғында, йәшәү барыбер еңеләрәк һәм отошлораҡ...
Читайте нас: