Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 09:00

Ташҡын нисек булыр?

Белгестәр хәбәр итеүенсә, йылғаларҙа боҙ 8-13 апрель арауығында китеүе ихтимал. Яҙғы ташҡын осоронда Ағиҙел, Үҙән, Нөгөш йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе иң юғары күрһәткестән, йәғни 510 см-ҙан ашҡан осраҡта, райондың 11 ауылын (1200 йорт, 3500 кеше) һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?

Белгестәр хәбәр итеүенсә, йылғаларҙа боҙ 8-13 апрель арауығында китеүе ихтимал. Яҙғы ташҡын осоронда Ағиҙел, Үҙән, Нөгөш йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе иң юғары күрһәткестән, йәғни 510 см-ҙан ашҡан осраҡта, райондың 11 ауылын (1200 йорт, 3500 кеше) һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.
Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?
Был һорау менән район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Илһам Самат улы Шәкировҡа мөрәжәғәт иттек.
-Яҙғы ташҡынға әҙерлек нимәнән башланды?
-Бөрйән районы хакимиәтенең 40-сы ҡарарына һәм ауыл хакимиәттәре ҡарарҙарына ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлдө һәм уның составы раҫланды. Яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү планы төҙөлдө. 17 мартта ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын һүндереү буйынса һәм ташҡынға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте. Ташҡын ҡурҡынысы янаған зонала урынлашҡан ауылдар өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм яҙғы ташҡын осорона район ойошмаларынан йәлеп ителгән техникаларҙың исемлеге төҙөлдө һәм 26 мартта матди-техник базаның әҙерлеге тикшерелде. Ташҡынға ҡаршы комиссияның оператив төркөмө тығын йә ташҡын ҡурҡынысы янаған урындарҙа боҙ торошона көндәлек мониторинг алып бара.
-Ташҡын янаған ауылдарҙа юл торошо һәм матди-техник база ниндәй хәлдә?
-Бөгөнгө көндә райондың ике ауылынан тыш, башҡа ауылдарға юл бар. Ағиҙел йылғаһының ике ярында урынлашҡан Нәби һәм Иҫке Монасип ауылдарының һул ярҙа урынлашҡан өлөштәренә ҙур техника менән үтеп инерлек юл юҡ. Нәби ауылына Байназар аша 10 саҡырым урман юлынан ҙур йөк техникаһы менән үтеү мөмкинлеге бар. Иҫке Монасипта йылғаның һул ярына боҙ киткән осорҙа һәм ташҡын ваҡытында ҙур техника менән үтерлек мөмкинлек юҡ. Яңы Монасип менән тоташтырыусы автомобилдәр өсөн күперҙе төҙөү 2021-2022 йылдарға планлаштырылған. Ике ауылдың да матди-техник базаһы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә: ярымтағылма базаһында ЛКТ-4 һәм ГАЗ-66 автомобилендә АРС-14 янғын һүндереү ҡоролмалары, 2 тонналы мотопомпа менән һауыттар, ФАП, халыҡты аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле тауарҙар менән тәьмин иткән 3-әр магазин иҫәпләнә. Ике ауылда ла йәйәүлеләр өсөн аҫмалы күпер бар. Медицина тауарҙарына һәм аҙыҡ-түлеккә резерв кәрәк булған ауылдар юҡ.

-Яҙғы ташҡын буйынса күҙаллауҙар нисек?
- Быйылғы ҡышты аномаль һыуыҡ, күп яуым-төшөмлө, ҡар ҡатламының иң бейек, ҡарҙағы дым запасының норманан бер ярым тапҡырға артыҡ булыуы менән ҡылыҡ-һырлап була.
Һуңғы 5 йыл арауығында ерҙең 80 см-ға тиклем туңыуы 2018 йылда һәм быйыл билдәләнгән.
Район биләмәһендә ҡар япмаһының ҡалынлығы 130 см-ға тиклем күтәрелгән. Был күрһәткес һуңғы 5 йылда иң юғарыһы булып сыҡты. Асыҡ урындарҙа ҡар ҡалынлығы яҡынса 55 -112 см тәшкил итә. Ҡарҙағы һыу запасы 137,5 -201,6 мм арауығында үҙгәреп тора. Ҡар ҡатламы тығыҙлана бара.
Һауа температураһы ҡапыл күтәрелһә, йылғалағы һыуҙың кимәле артыуы ихтимал. Шулай уҡ ерҙең 80 см-ға тиклем туң булыуы, ҡар тышының ҡалынлығы 5 см-ға етеүе йылғалағы һыуҙың ҡапыл күтәрелеүенә булышлыҡ итеүе бар.

-Боҙ тығындарын булдырмаҫ өсөн нимәләр эшләнелә?
-Йылғаларҙа тығындар булмаһын өсөн Тимер, Нәби, Иҫке Собханғол, Ишдәүләт ауылдарында боҙ шартлатыласаҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер күперҙәр янында боҙҙо бысыу ойоштороласаҡ.

-Һыу ташҡан осраҡта халыҡ ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?
-Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауылдарҙа ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн 28 мәктәп йәлеп ителгән. Шулай уҡ 27 мәҙәниәт йорто, 3 мәктәп яны интернаты, агросәнәғәт колледжы ятағы ла ваҡытлыса йәшәп тороу урыны итеп резервланған. Ойошмаларҙан 20 ПАЗ маркалы автобус, газель, УАЗ, 20 йөк машинаһы, тағылма менән 15 трактор, 3 моторлы кәмә, 10 ишкәкле кәмә, 12 мотопомпа бүленгән. Айырым кешеләрҙең ағас кәмәләре лә йәлеп ителәсәк.
Һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡы-нысы янаған ауылдар менән телефон аша бәйләнеш булдырылған. Тауыш менән хәбәр итеү сигналы 100% халыҡты йәлеп итеп, ике ауылда: Мораҙымда КСЭОН аша, Иҫке Собханғолда РАСЦО аша ойошторолған. Башҡа ауылдарҙа хәбәр итеү сигналдары ауыл хакимиәте көсө менән башҡарыла.

-Һыу таша башлаһа, халыҡҡа нимә эшләргә?
-Йылға эргәһендә йәшәгән һәр кем үҙенең йорт-ҡураһын ташҡынға әҙерләргә тейеш. Күптәр страховкалау мәсьә-ләһенә вайымһыҙ ҡарай.
Йорт тирәһендәге биләмәне сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартыу мотлаҡ. Һыу торбалары йәки башҡа һыу сығарғыс ҡорамалдарҙың ауыҙын асып таҙартып, боҙон ҡырып торорға ла онотмаҫҡа кәрәк. Йорт кәрәк-ярағын йыйырға, бензин, кәрәсин кеүек яғыулыҡ ҡойолған һауыттарҙы ныҡлап ябырға кәңәш ителә. Документтарҙы, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, аҡсаны, дарыуҙарҙы алдан уҡ бер урынға йыйнап ҡуйыу отошло буласаҡ. Мөмкин булһа, бер нисә көнгә туҡланыу өсөн аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәрҙе әҙерләп ҡуйығыҙ. Боҙ киткән осорҙа балаларға иғтибарлы булығыҙ.

Эвакуация тураһында сигнал ишеткәндә, паникаға бирелергә ярамай. Тәү сиратта үҙеңдең һәм яҡын-тирәләге кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнергә кәрәк.

Читайте нас: