Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 14:00

Музейға иҫтәлек бүләк ит!

Мөхтәр Сәғитов музейында «Музейға иҫтәлекле бүләк» тип аталған акция иғлан ителә. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итә.

Мөхтәр Сәғитов музейында «Музейға иҫтәлекле бүләк» тип аталған акция иғлан ителә. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итә.
Акция сиктәрендә музейға:
- төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, картиналар;

- боронғо һәм һирәк осраған сәғәттәр;

- һуғышҡа ҡағылышлы экспонаттар (фотоһүрәттәр, документтар, хаттар, һуғыш хәтирәләре, трофейҙар);

- совет осоро уҡыусыларының мәктәп ҡулланмалары (пенал, портфель, дипломат, дәфтәр, әлифба һ.б.);

- район үҫешенә өлөш индергән кешеләрҙең иҫтәлекле әйберҙәре (документ, фоторәсем, биография, шәхси әйберҙәр);

- совет осорондағы балалар уйынсыҡтары ҡабул ителә.

Музей экспонаттары булараҡ тапшырылған предметтар яңы һулыш аласаҡ, күргәҙмәләрҙә, экспозицияларҙа ҡулланыласаҡ.
Иҫтәлекле әйберҙәр музейҙы тағы ла тулыландырып, уны популярлаштырыуҙа һәм киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерер, тип ышанғы килә.

Бөтә Рәсәй «Музей төнө - 2021» акцияһында уға йомғаҡ яһалып, күргәҙмә менән тамамланасаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың исемдәре музейҙың Почетлы иҫтәлек тапшырыусыһы китабына теркәп ҡуйыласаҡ.

Белешмәләр өсөн телефон һандары: 3-53-07.
Читайте нас: