Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 12:00

Мутлашыусылар йоҡламай

Кәрәҙле бәйләнештәге һәм Интернет селтәрендәге мутлашыу төрҙәре

Кәрәҙле бәйләнештәге һәм Интернет селтәрендәге мутлашыу төрҙәре
Мобиль бәйләнеште файҙаланып ҡылынған мутлашыуҙар.

Кәрәҙле йәки өй телефоны түбәндәгерәк эстәлектәге мәғлүмәттәрҙе ебәреү ысулы итеп файҙаланыла:
- “Һеҙҙең улығыҙ аварияға осраны...”;
-“Әсәй (атай), минең проблемаларым бар...”;
- “Һеҙгә банктан, халыҡты социаль яҡлау бүлегенән һ.б. шылтыраталар”;
- “Һеҙҙең иҫәбегеҙҙән 5000 һум аҡса алынды, ентекләберәк телефон буйынса...”.

Мутлашыуҙың иң таралған һәм актуаль схемаһы:

Кәрәҙле телефонығыҙ һәм һеҙҙең Интернет селтәрендәге иғланығыҙ (“Авито” сайтында, мәҫәлән) мутлашыусы тарафынан түбәндәгерәк форматта һеҙҙең карта номерын һәм картаның кәрәҙле телефонға бәйләнеүе тураһында мәғлүмәтте алыу өсөн ҡулланыла:

- “Мин һеҙҙең “Авито”лағы иғлан буйынса (һатыу, арендаға биреп тороу) шылтыратам. Үҙегеҙҙең картағыҙҙың мәғлүмәттәрен һәм арт яғындағы кодын ебәрегеҙ, мин һеҙгә аҡса һалам...”;

- “Мин һеҙҙең картағыҙға “Авито”лағы тауар өсөн (аренда өсөн алдан түләүгә) аҡса ебәрергә теләйем. Һеҙҙең картағыҙ мобиль банкка бәйләнгәнме? Бәйләнмәгән булһа, мобиль банкка нисек инеү буйынса мин һеҙгә инструкция бирәм”.

Ошондайыраҡ хәбәрҙәр алған осраҡта күрһәтелгән номерҙарға шылтыратырға ярамай. Мутлашыусылар аҡсаны курьерға биреүҙе талап итеүҙәре, картаға, мобиль телефон номерына күсерергә тәҡдим итеүҙәре, һеҙҙән үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың мәғлүмәттәрен алырға тырышыуҙары ихтимал. Шулай уҡ банкоматҡа барыуығыҙҙы үтенеүҙәре һәм унда ниндәйҙер операциялар эшләргә ҡушыуҙары ла мөмкин. Һеҙҙең телефонға килгән кодты ла хәбәр итеүегеҙҙе һорауҙары бар.

Шылтыратыуға яуап биргән осраҡта, хатта әңгәмәсе алдашмаған һымаҡ тойғо ҡалдырған хәлдә лә, һөйләшеүҙе тиҙерәк туҡтатыу яҡшы. Мутлашыусылар зыян күреүсе һәм уның яҡындары тураһындағы мәғлүмәткә эйә. Ошондай мутлашыу осраҡтары Интернет селтәрендә лә осрай. Ләкин ярҙам һораған хәбәрҙәр социаль селтәрҙә туғандарҙың ялған сәхифәһенән хәбәр ебәреү ысулы аша тапшырыла.

Алынған мәғлүмәткә шикләнәһегеҙ икән, был хәбәр ҡайһы туғанығыҙ исеменән килгән, шуға шылтыратып, хәбәрҙең дөрөҫмө-ялғанмы икәнлеген белешегеҙ. Картала йәки килешеүҙә (договорҙа) күрһәтелгән номер буйынса банкка шылтыратырға, банктың яҡындағы бүлексәһенә барырға мөмкин.

Банк бер ваҡытта ла телефон аша клиенттың картаһы, уның номеры, арт яғындағы коды, карта хужаһының исем-шәрифтәре һәм уның ғәмәлдә булыу срогы, пин-коды тураһында мәғлүмәттәр һорамай. Әгәр әңгәмәсегеҙ һеҙҙән шундай мәғлүмәттәрҙе һораша башлаһа, уның менән һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ.

Кеҫә телефоны мутлашыусылар тарафынан Viber, WhatsApp мессенжерҙары аша зыянлы мәғлүмәт булған СМС-хәбәрҙәр, башҡа хәбәрҙәр тапшырыу өсөн файҙаланыла (хәбәрҙәрҙең төрҙәре: здесь ваши фото http:///..., ваш аккаунт, страница “в контакте” взломаны”, пройдите регистрацию http:///...”, “вы выиграли автомобиль, подробности http:///...”).

Зыянлы һылтанма менән ебәрелгән хәбәрҙәрҙең яңы тибы: “Мин һеҙҙең иғлан буйынса, һеҙҙең әйберҙе ошоға алыштырыуға нисек ҡарайһығыҙ - http:///foto3.inc...”
Бындай хәбәр алғанда унда күрһәтелгән һылтанма буйлап үтеүҙән һәм ул һылтанмаларҙы активлаштырыуҙан баш тартығыҙ.

Зыянлы программалар мутлашыусылар тарафынан даими рәүештә төҙөлә һәм камиллаштырыла. Телефон менән эшләгәндә лә. Һеҙҙең әүҙемлектән тыш та операция системаһының “йомшаҡ урыны” аша зыянлы программалар телефонығыҙға инә ала. Мобиль ҡоролмаға зыянлы программалар инеүҙең күрһәткестәре: килгән СМС-хәбәрҙәрҙең блокировкаланыуы, мобиль ҡоролма тарафынан яһалма рәүештә хәбәрҙәр ебәрелеүе. Бындай зыянлы программа ингән мобиль телефонды шунда уҡ һүндерергә кәрәк. Сим-картаһын операторҙан яңынан сығартып алырға, ә телефонды, әгәр мутлашыу булған икән, артабан полиция өйрәнһен өсөн һаҡларға йәки, аҡса урланмаған булһа, сервис үҙәгенә тапшырырға кәрәк.

Әгәр был мобиль ҡоролмаға банк картаһы, “Мобильный банк”, “Онлайн Банк”, “Интернет-банк” тигән банк хеҙмәттәре бәйләнгән икән, ул ваҡытта тиҙ арала банк менән бәйләнешкә инеп, картаны блокировкаларға һәм иҫәп буйынса хеҙмәтләндереүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Әгәр телефон ярҙамында быны эшләп булмаһа, ул ваҡытта башҡа берәй ҡоролма йәки компьютер ярҙамында социаль селтәргә сығып, телефондың картаға бәйләнгән номерын үҙгәртергә кәрәк.

Зыянлы программа менән “бысранған” мобиль ҡоролма шулай уҡ телефонда булған контакттарға зыянлы мәғлүмәтте таратыусы сығанаҡ булып тора. Төрлө зыянлы һылтанмаларҙы таратмау маҡсатында мөмкин тиклем күберәк таныштарығыҙҙы үҙегеҙҙең проблемағыҙ һәм һеҙҙең исемдән килеүе ихтимал булған зыянлы хәбәрҙәр тураһында иҫкәртеү мөһим.

Мобиль мутлашыуҙарҙың таралған төрҙәренең тағы береһе – банк иҫәбе менән дистанцион идара итеү системаһына инеү өсөн сим-карта дубликатын ҡулланыу. Һеҙҙең сим-картаның дубликатын файҙаланыуҙың билдәһе – мобиль бәйләнешкә инеү мөмкинлегенең блокировкаланыуы. Был осраҡта тиҙ арала мобиль операторға мөрәжәғәт итергә һәм сим-картаны яңынан сығартырға (перевыпустить) кәрәк. Мобиль оператор тарафынан һеҙҙең картаның законһыҙ рәүештә алыштырылыу факты раҫланһа, кәрәҙле бәйләнеш компанияһына дәғүә яҙырға кәрәк.

Ҡорбан булыу яҙмышына нисек тарымаҫҡа?
-Банк карталары менән эшләү, “Мобильный банк”, “Банк-онлайн” һ.б. системалар өсөн һөйләшеүҙәр һәм Интернет селтәрендәге уйындарҙа уйнау өсөн файҙаланылмаған айырым мобиль ҡоролма ҡулланырға кәңәш ителә;

-Интернет селтәрендә, иғландарҙа һәм социаль селтәрҙәр сәхифәләрендә банк карталары һәм банк иҫәбе менән дистанцион рәүештә идара итеү өсөн файҙаланылған мобиль ҡоролмаларҙың номерын күрһәтергә ярамай;

- Мобиль ҡоролмаға рәсми сығанаҡтарҙан вирусҡа ҡаршы лицензиялы программалар һатып алырға һәм урынлаштырырға кәрәк.
Хөрмәтле граждандар! Мутлашыусылар йоҡламай. Һеҙ ҙә уяу булығыҙ!
А. Солтанова,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең тәфтиш төркөмө тәфтишсеһе, юстиция лейтенанты.
Читайте нас: