Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 10:00

Моңға сорналды күңелдәр

29 мартта К. Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә конкурс үтте. Унда сәнғәт мәктәбендә ҡурай, баян, фортепиано, вокал кластарында 2-8 йыл шөғөлләнгән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 30-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты.

29 мартта К. Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә конкурс үтте. Унда сәнғәт мәктәбендә ҡурай, баян, фортепиано, вокал кластарында 2-8 йыл шөғөлләнгән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 30-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Сәнғәт өлкәһендәге талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатын күҙаллаған конкурсты профессиональ жюри ағзалары: район мәҙәниәт бүлеге начальнигы К. Теләүбаева, сәнғәт мәктәбе директоры Р. Иманғолов, район мәҙәниәт һарайы аккомпаниаторы И. Ырыҫбаев, “Инсебикә” халыҡ вокал һәм “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамблдәре етәксеһе Х. Ғәҙелшина баһаланы.

Районда төрлө музыкаль бәйгеләр үткәрелеп килә. Ә бына профессиональ кимәлдә йырлаған, музыка ҡоралдарында уйнаған балалар араһында ошоға тиклем конкурстар уҙғарылмаған. Быйыл беренсегә ойошторолған конкурс сәнғәт мәктәбендә йөрөүсе балаларҙы икенсе яҡтан асты. Кемдер дәрестәрҙә яҡшы шөғөлләнеп тә, конкурста ҡаушап ҡалды, кемдер киреһенсә, үҙен ҡулға алып, матур сығыш яһаны, тамашасы алдында һәләтен күрһәтә алды.

Ҡурай, баян, фортепиано, вокал буйынса һәр йәш категорияһында призлы урындар билдәләнде. Ҡурай буйынса кескәйҙәр төркөмөндә беренселекте Динислам Кинйәбаев (уҡытыусыһы Й. Иҫәнғәлин) алһа, уртансылар төркөмөндә - Иҙел Мусин (З. Мөхәмәтдинов), өлкәндәр төркөмөндә – Фәнил Шәмиғолов (Й. Иҫәнғәлин).
Фортепиано класында шөғөлләнгән уҡыусыларҙан беренсе урынды кескәйҙәр төркөмөнән Дауыт Бәшәров (Л. Ишдәүләтова), уртансыларҙан Гөлзифа Маликова алды, өлкәндәрҙән Зөһрә Мусина (Р. Хәсәнова) еңеүсе булды.

Баянда уйнау буйынса тәүге урын өлкәндәр төркөмөндә шөғөлләнгән Иҙел Мусинға (А. Вәлитова) бирелде.

Вокал буйынса еңеүсе исеменә кескәйҙәр төркөмөнән Аман Ишморатов (Б. Ғиззәтуллин) лайыҡ булды.

Уҡыусыларҙың профессиональ кимәлдә үҫеүе өсөн артабан ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә икәнлеген күҙҙалларға, тойомларға мөмкинлек биргән бындай конкурсты йыл да ойошторорға кәрәк, тигән фекергә килде уҡытыусылар.
Читайте нас: