Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 13:00

Кеше һәм Хоҡуҡ

Законһыҙ ағас ҡырҡһаң, законлы язаһын алырһың

Законһыҙ ағас ҡырҡһаң, законлы язаһын алырһың
Белорет район-ара суды тарафынан Бөрйән районының 36 йәшлек кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.
Элек законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн енәйәт яуаплылығына йәлеп ителгән ағас эшендә тәжрибәһе булған ир кеше (ағас әҙерләү буйынса арендатор булмаған килеш) ҡабатлап ҙур күләмдә законһыҙ ағас ҡырҡҡан.

Суд ултырышында билдәләнеүенсә, 36 йәшлек Бөрйән кешеһенә ҡарата үткән йылдың апрелендә ҙур күләмдә законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған булған.

Шул сәбәптән енәйәт эше фигуранты тағы ла законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡып, уны һатып, тәүге енәйәт эшендә килтерелгән зыянды ҡапларға ниәт иткән булған.
Ошо маҡсатта, фигурант 2020 йылдың 19 сентябренән 20 сентябренә тиклемге ваҡытта Бөрйән урмансылығы биләмәһендә 23 төп ҡарағай ағасын бензобысҡы менән бысып, йыҡҡан.

Артабан законһыҙ ҡырҡылған ағастарҙы техникаға тейәгән ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған. Полиция хеҙмәткәрҙәре “УАЗ” маркалы транспорт средствоһын һәм ике бензобысҡыны тартып алған.

29 кубометр тәшкил иткән ҡарағай ағасын законһыҙ ҡырҡыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһының урман фондына 350 мең һумдан артығыраҡ суммаға айырыуса ҙур күләмдә экологик зыян килтерелгән.

Суд, дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын иҫәпкә алып, фигурантты ғәйепле тип таныны һәм уға 3 йылға һынау срогы менән 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза билдәләне.

Бынан тыш, суд енәйәт ҡоралы итеп файҙаланылған автомобилде һәм бензобысҡыны конфискациялау тураһында ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ хөкөм ителеүсенән зыянға компенсация рәүешендә 350 мең һум юлланды.

Хөкөм ҡарары әле законлы көсөнә инмәгән.
Читайте нас: