Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 09:30

Көлөргәме, иларғамы?..

Кисә Көлкө көнө булды. Ошо яҙмамды кисә үк, ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт, тип яҙһам да, ни хикмәттәндер, һүрәте сыҡҡан, тексы күсмәгән. Ер шарында көлмәгән кеше бар микән? Юҡтыр. Көлкөнө, кеше көлдөрөүҙе һөнәр итеп алғандар, ошоноң менән аҡса эшләгәндәр ҙә бихисап.

Кисә Көлкө көнө булды. Ошо яҙмамды кисә үк, ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт, тип яҙһам да, ни хикмәттәндер, һүрәте сыҡҡан, тексы күсмәгән.
Ер шарында көлмәгән кеше бар микән? Юҡтыр. Көлкөнө, кеше көлдөрөүҙе һөнәр итеп алғандар, ошоноң менән аҡса эшләгәндәр ҙә бихисап.
Беҙ бәләкәй саҡта: “ Бер минут көлөү бер стакан ҡаймаҡ ашауға тиң”, -тигән була торғайнылар. Быныһын ҡайһы йомробаш иҫәпләп сығарғандыр – белмәйем.
Көлкө хаҡында динебеҙ ни ти һуң – ошо хаҡта бер-ике ауыҙ һүҙ. Көлөргәме, иларғамы икәнде үҙегеҙ ҡарарһығыҙ.

Ҡөрьәндең “Хүжүрәт” (“ Бүлмәләр” сүрәһенең 11-се аятында: “ Әй, мөьминдәр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыллап көлмәһен (кәмһетмәһен). Бәлки, улар (мыҫҡыллаусынан) күпкә яҡшылыр. Ҡатындар ҙа ҡатындарҙан көлмәһен. Бәлки, улар күпкә яҡшылыр. Бер-берегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Бер-берегеҙгә әшәке ҡушаматтар таҡмағыҙ. Иман килтереп тә, әшәкелек ҡылыу яман ғәҙәт. Тәүбәгә килмәгәндәр рәхимһеҙ залим була”-, тиелә.

Ошо уҡ (49-сы) сүрәнең 12-се аятында: “ Әй, иман килтергән кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гонаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан сүп) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. ҮЛГӘН ТУҒАНЫНЫҢ ИТЕН АШАП, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡалдырып, гонаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай”,-тиелә.Сахих (достоверныЙ) хәҙистәрҙә: “ Күп көлмәгеҙ, юғиһә, ысынбарлыҡта, саманан тыш көлөү йөрәкте үлтерә”, -тиелә. (Бохари, Тирмизи, Әхмәд). “ Шуға ҡайғы, кем ниҙер һөйләй һәм шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе көлдөрөү өсөн алдаша.” (Әт-Тирмизи). Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм:” Мин дә шаяртам, әммә шаятҡанда ла алдамайым”, -тигән. (әт – Тирмизи).

Диндә көлөү тыйылмай. Әммә сама белергә ҡушыла. Кеше һәр нәмәнән көлкө , ҡыҙыҡ эҙләй торғас, башҡа кешенең хәбәрен етди ҡабул итмәй башлай. Ошолай итеп уның йөрәге ҡата. Ә кешенән көлөү, мыҫҡыл итеү бөтөнләй тыйыла. Бигерәк тә Аллаһы Тәғәлә, пәйғәмбәрҙәр, Ҡөрьән һәм башҡа изге нәмәләр, төшөнсәләр тураһында көлөп һөйләү – оло гонаһ, хатта диндән сығып китеүгә сәбәп. Тәүбә.

“Әгәр һеҙ Тамуҡ менән Ожмахты күрһәгеҙ, аҙ көлөр һәм күберәк илар инегеҙ, ”- тиелә Мөслим риүәйәт иткән хәҙистә. Ә бына йылмайыуҙы, кешеләргә яҡшы мөғәмәлә булдырыуҙы, шатлыҡ килтереүҙе динебеҙ хуплай.

Ҡысҡырып көлөү – әҙәпһеҙлек билдәһе лә. Кешегә изге теләктән йылмайыу ҙа – саҙаҡа, тип өйрәтә дин.Намаҙ ваҡытында ҡысҡырып көлөү ҙә ярамай – тәһәрәт тә, намаҙ ҙа боҙола.

Бәй, шулай булғас, ҡысҡырып, аҡырып көлөүҙе ташлап, тыйнаҡ йылмайыуға күсәйек – сауаплы булырбыҙ...
Читайте нас: