Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2021, 10:20

Яҙғы ташҡынға әҙербеҙме?

Быйыл ҡарҙың күп яуыуы, көндәрҙең һалҡын тороуы яҙғы ташҡындың бер аҙ һуңыраҡ булыры хаҡында белдерһә лә, ҡояштың кинәт ҡыҙҙыра башлап, һыуҙың ҡапыл күтәрелеү ихтималлығы бар.

Быйыл ҡарҙың күп яуыуы, көндәрҙең һалҡын тороуы яҙғы ташҡындың бер аҙ һуңыраҡ булыры хаҡында белдерһә лә, ҡояштың кинәт ҡыҙҙыра башлап, һыуҙың ҡапыл күтәрелеү ихтималлығы бар.
Яҙғы ташҡын осоронда кире эҙемтәләргә юл ҡуймау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында районда ғәҙәттән тыш хәл һәм яҙғы ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде. Унда эске эштәр, элемтә, мәғариф бүлектәре, янғын һүндереү, газ хеҙмәттәре, район үҙәк дауаханаһы, электр селтәрҙәре, урман хужалығы һәм ҡурсаулыҡ, «Алағуян» МУП-ы, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов ойошмаларҙың ташҡынға әҙерлек буйынса матди-техник базаһы менән танышып сыҡты.

Ауылдарҙы һыу баҫҡан осраҡта халыҡтың медицина хеҙмәте, ут-газ, элемтә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеүе, юлһыҙ ҡалмауы мөһим мәсьәлә.
Читайте нас: