Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу Бөрйән районының экологик хәүефһеҙлегенә туранан-тура хәүеф тыуҙыра һәм урманды рациональ файҙаланыуҙы боҙа.
РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған (“Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу”) енәйәт кире эҙемтәләргә алып килә.
Урман – комплекслы экологик система, ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән флора һәм фаунаны, тупраҡты, һыуҙы үҙ эсенә ала. Бирелгән системаның айырым элементтарына насар тәьҫир итеү система эсендәге бәйләнештәрҙе өҙә һәм экосистемаға зыян килтерә.
Контроль органдарының ҡабул ителгән сараларына ҡарамаҫтан, Бөрйәндә урманды законһыҙ ҡырҡыу бөгөнгө көндә киҫкен мәсьәлә булып тора. Көньяҡ Үҙән урмансылығы айырыуса ныҡлы контроль аҫтында. Ҡолғана ауылы халҡы матди килем алыу маҡсатынан оҙайлы ваҡыттар инде урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡа.
Был урмансылыҡта урман ҡалмаған тиерлек, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр тәбиғәтте лә, балаларының киләсәген дә уйламай, һаман да ағастарҙы аяуһыҙ ҡырҡыуҙарын дауам итәләр.
Һуңғы айҙарҙа ғына Ҡолғана ауылы янындағы Көньяҡ Үҙән урмансылығында законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу факты буйынса бер нисә енәйәт эше асылған. Һуңғы енәйәт эше буйынса килтерелгән зыян 2 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Оператив-эҙләнеү саралары үткәрелә, Ҡолғана ауылы халҡының тракторҙары, бензобысҡылары, пилорамалары тартып алына. Бындай саралар халыҡтың урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуға ҡатнашлыҡтары бармы, юҡмы икәнлеген тикшереү маҡсатынан эшләнелә.
Тартып алынған милек менән ҡулланыу мөмкинлегенән мәхрүм граждандар бындай хәлдәргә ризаһыҙлыҡ, полиция хеҙмәткәрҙәренең эштәренә ҡарата төрлө ялыуҙар белдерә. Ошоға оҡшаш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында граждандарға аңлы булыу һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан конкрет кешеләр тураһында хәбәр итеү кәрәк.