Үткән аҙнала районда 2 янғын булған: Байназарҙа мунса янып киткән, Иҫке Собханғолда автомобиль янған.
Демография
Райондың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән аҙнала районда 3 сабый тыуған, никахҡа инеүселәр булмаған. 4 ғаилә тарҡалған. Үлем осраҡтары юҡ.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала районда 2 янғын булған: Байназарҙа мунса янып киткән, Иҫке Собханғолда автомобиль янған.
02 хәбәр итә
Район буйынса эске эштәр бүлексәһенә 18 марттан 25 мартҡа тиклемге осорҙа енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 53 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), ата-әсәлек бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәү (1) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 117 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 82. 3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.