Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2021, 11:00

Ағас алам, тиһәң…

Бөрйәндәр - урман халҡы, тиҙәр. Урманлы, йәғни ағаслымы бөрйәндәр бөгөн?

Бөрйәндәр - урман халҡы, тиҙәр.
Урманлы, йәғни ағаслымы бөрйәндәр бөгөн?
Заман башҡа – заң башҡа шул. Элекке шикелле, урманға сығып, лесникка, шул-шул ерҙән кәрәгем өсөн бер төп кенә ағас алайым, ботаҡ-һатағын таҙартып китермен, тип ағас алып булмай. Закондың ҡулы ҡаты – шыҡырайта тотор, штрафын сәпәр - ауыртмаған башыңа тимер таяғы әҙер.

Шулай ҙа ябай ауыл кешеһе, урманлы бөрйәндәр ағас менән нисек файҙалана ала һуң? Ошо һорауҙарға яуаптар – Башҡортостан Республикаһы “Бөрйән районы буйынса урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы бүлегенең урмандар менән файҙаланыу буйынса инженеры Ғафарова Рәйлә Рауил ҡыҙынан:
- Беҙҙә ағас эше Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Урман кодексы, федераль закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттар һәм 2007 йылдың 20 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында (2019 йылдың 30 декабрендәге үҙгәрештәр менән)” законы менән көйләнә.

Ошо һуңғы ҡануниәттең 12-се статьяһы “Үҙ хәжәте өсөн граждандар тарафынан ағас әҙерләү тәртибе” тип аталып, уның 7-се бүлегендә: “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың үҙ хәжәте өсөн (ғаиләгә иҫәпләнгән) йәки яңғыҙаҡтарға ағас биреү мөҙҙәте һәм нормативтары: 1) шәхси торлаҡ йорт төҙөүгә – 110 кубометрға тиклем эшкә яраҡлы ағас (деловая древесина) 25 йылға бер тапҡыр бирелә; 2) шәхси торлаҡ йортто ремонтлау, реконструкциялау өсөн 25 кубометрға тиклем эшкә яраҡлы ағас (ылыҫлы ағастар 40 %-тан артмаҫҡа тейеш) 5 йылға бер тапҡыр бирелә;
3) кәртә-ҡаралты өсөн - эшкә яраҡлы ағас (япраҡлы йә ылыҫлы ағас) – 3 йылға бер тапҡыр бирелә. 5) шәхси торлаҡ йортто йәки башҡа ихаталағы биналарҙы ут яғып йылытыу өсөн – йыл һайын 20 кубометрға тиклем япраҡлы йә ылыҫлы ағас бирелә.

- Ағас алғанда кемдәр өҫтөнлөк менән файҙалана һуң?
- Бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүсе граждандар (ул баланың ауыл биләмәһендә шәхси йорт төҙөү, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкаһы булырға тейеш).

Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалары (ул баланың ауыл биләмәһендә шәхси йорт төҙөү, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкаһы булырға тейеш) булған граждандар.

Тәбиғәт бәлә-ҡазалары йәки янғындар арҡаһында мөлкәте (торлаҡ йорто йәки башҡа төҙөгән ҡоролмалары) юҡҡа сыҡҡан граждандар ағасты әлеге статьяның 7-се бүлегендә билдәләнгән тәртиптән тыш ала.

Граждандар үҙ хәжәте өсөн эшкә яраҡһыҙ (РФ Урман кодексына ярашлы, йығылған ағас (валежник), түңгәктәр, туҙ, ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡыртышы, сыбыҡ-һабыҡ, ботаҡ-сатаҡ, шыршы, ҡарағай, пихта тамыры, Яңы йыл байрамы өсөн ылыҫлы башҡа төр ағастар, мүк, урман ҡауланы, ҡамыш һәм ошоға оҡшаштар) урман ресурстарын йыя һәм файҙалана ала.

“Граждандар тарафынан үҙ хәжәте өсөн эшкә яраҡһыҙ урман ресурстарын йыйыу һәм әҙерләү тәртибе” тигән 13-сө статьяның 1-се бүлегендә: “Граждандар урманда ирекле һәм түләүһеҙ йөрөргә хоҡуҡлы һәм үҙ хәжәте өсөн эшкә яраҡһыҙ урман ресурстарын, Рәсәй Федерацияһының Урман кодексында билдәләнгәнсә, урмандарҙы һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, әҙерләй, йыя ала».

Ошо статьяның 10-сы бүлеге: “Йығылып ятҡа ағасты (валежник) әҙерләү урман үҫентеләрен йығыу юлы менән башҡарылмай. Ер өҫтөндә ятҡан ағас олоно ҡалдыҡтарын йәки уларҙың өлөшөн, ботаҡтарҙы (улар урман һыҙаттарын эшләгән урындарҙағы ҡырҡыу, бысыу ҡалдыҡтары булмаҫҡа тейеш), ағастар тәбиғи ысул менән ҡороһа, йәки зарарлы организмдар, ел-дауыл, ҡар баҫыу арҡаһында ҡолаһа, алырға мөмкин. Йығылған ағасты йыл дауамында йыйып алырға була, әммә янғынға ҡаршы айырым осорҙа граждандарға урманға йөрөү тыйылһа, ярамай.

- Ағас һорап яҙған ғаризалар күпме?

- 236 850 кубометр ылыҫлы ағас һорап 2013 йылдан алып бөтәһе 2 796 ғариза теркәлгән. Шуларҙың 54-е (5 930 кубометр) – тәү сираттағылар. 2 ғариза (220 кубометр) – сираттан тыш. 350 ғариза япраҡлы ағас һорап яҙылған (11 337 кубометр).

Ағымдағы йылда ылыҫлы ағастарҙы 2013 йылғы һәм 2014 йылдың башындағы ғаризалар буйынса бирәбеҙ.

2020 йылда 967 һатыу-һатып алыу килешеүе (40 445 кубометрға) төҙөлгән.Уларҙың 21 284 кубометры – өй һалырға ҡарағай ағасы, япраҡлы ағас – 8 264 кубометр. Торлаҡ йортто ремонтлау һәм реконструкциялауға - 2 627 кубометр, кәртә-ҡура төҙөргә – 3 064 кубометр, уларҙы ремонтлауға – 278 кубометр, өйгә утынға һәм ихаталағы башҡа биналарҙы (гараж, мунса һ.б.) йылытыуға 4 928 кубометр ағас бирелгән.

Беҙ был ғаризалар теҙмәһе эсендә күпме Бөрйән кешеһенә ағас бирелгәнлекте әйтә алмайбыҙ, сөнки Бөрйәндән ағасты Рәсәй Федерацияһының төрлө ерҙәренән килеп алалар. Ил буйынса закон бер һәм беҙ уны үтәмәй булдыра алмайбыҙ.
Читайте нас: