Яҙғы һыу-һүл мәлендә юлдарҙы иҙелеүҙән, боҙолоуҙан һаҡлау маҡсатында район хакимиәте башлығы ҡарары менән 2021 йылдың 5 апреленән 4 майына тиклем Бөрйән районындағы дөйөм ҡулланылыштағы төбәк, муниципаль-ара һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа ауыр транспорт средстволары хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә.
Ағымдағы йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем дә көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан артҡан көндәрҙә район биләмәһендәге асфальт-бетон япмалы юлдарҙа ауыр йөк ташыусы транспорт сараларына сикләү индерелә.
Юл төҙөү-ремонтлау идаралығына юл ситтәренә сикләүҙәр буйынса ваҡытлыса билдәләр урынлаштырылыу бурысы йөкмәтелә.