Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2021, 09:00

Ҡомарлы уйын ҡомға ултырта

Ағымдағы йылдың 19 мартында Белорет район-ара суды тарафынан Иҫке Собханғол ауылында рөхсәтһеҙ рәүештә ҙур күләмдә ағас ҡырҡҡан Бөрйән районы гражданына ҡарата енәйәт эше ҡаралды.

Ағымдағы йылдың 19 мартында Белорет район-ара суды тарафынан Иҫке Собханғол ауылында рөхсәтһеҙ рәүештә ҙур күләмдә ағас ҡырҡҡан Бөрйән районы гражданына ҡарата енәйәт эше ҡаралды.
Суд билдәләүенсә, хөкөм ителеүсе Нөгөш урмансылығының айырыуса һаҡланыусы биләмәһендә бер ниндәй рөхсәт ҡағыҙы булмаған килеш өс төп ҡайын ағасын (2,86 кубометр) ҡырҡҡан. Ағасты урмандан алып сығып барғанында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған.

Законһыҙ ҡырҡылған ағастың дөйөм такса хаҡы 330,8 һум. Ләкин ағастың айырыуса һаҡланыусы биләмәлә ҡырҡылыуы, Рәсәй Федерацияһының урман фондына килтерелгән зыян күләме һөҙөмтәһендә ул 82 700 һум килеп сыҡҡан.

Суд хөкөм ителеүсенең ғәмәлдәрен РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 2-се бүлегенең “г” параграфы буйынса квалификацияланы һәм законһыҙ ағас ҡырҡыусыға ҡарата2 йылға һынау срогы менән 2 йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм итеү язаһы ҡулланылды.

2021 йылдың 24 мартына хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.
Читайте нас в