2020 йылда республиканың һыу ятҡылыҡтарында 110 кеше батып үлгән: 91 ир-егет, 7 ҡатын-ҡыҙ һәм 12 бала.
Яҙ етеү менән йылға-күлдәрҙә боҙҙар ирей башлай. Был мәлдә боҙ йоҡара, тығыҙлығы бөтә һәм кеше ғүмере өсөн хәүефлегә әйләнә.
“Һәр боҙ йылыға тиклем йәшәй”, ти халыҡ мәҡәле. Яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында ул бик йылдам ирей. Яҙғыһын йылғаларҙа көсәйгән һыу боҙҙо аҫтан ашып, тағы көслөрәк емергес тәьҫир яһай. Ағым боҙҙарҙы аҫтан игәй.
Боҙ көн һайын нығыраҡ күҙәнәклерәк, серегерәк һәм мөсһөҙөрәк була бара. Аңлашыла ла инде, бындай боҙ өҫтөнән йөрөү ҙур хәүеф менән бәйле. Катамарандарҙа һәм байдаркаларҙа йылғанан ағыусы тәжрибәһе һәм әҙерлеге булмаған туристар өсөн тау йылғалары айырыуса хәүефле. Балыҡсыларға ла бәләкәй судноларҙы файҙаланғанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәү мөһим.
Яҙғы боҙҙоң көҙгө боҙҙан ныҡ айырыла икәнен белеү шарт. Әгәр көҙгө һәм ҡышҡы боҙҙар кешенең ауырлығы аҫтында, хәүеф барлығын аңғартып, башта сатнап тауыш бирһә, яҙғы боҙ ҡапыл уйыла һәм боҙ бутҡаһына әйләнә.
Был осорҙа өлкәндәргә балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, уларға иғтибарҙы икеләтә көсәйтергә кәрәк. Балаларға аңлатыу эштәре алып барыу, боҙҙа уйнау ваҡыты үтеп киткән, йылға йәки башҡа берәй һыу ятҡылығы янында уйнау хәүефле икәнлеген иҫкәртеү бик мөһим
Фажиғәләрҙе булдырмау, балаларҙы һыу ятҡылыҡтарына яҡын ебәрмәү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ә бындай фажиғәле хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булып тора. Мәҫәлән, 2020 йылдың 22 апрелендә Ғафури районында Ҙур Әрмет йылғаһына ҡолап, 2011 йылда тыуған малайҙың ғүмере өҙөлгән. Шаран районындағы һыуһаҡлағыста 2008 йылда тыуған малай батып үлгән. Архангел районында балыҡ тотҡан ваҡыттағы бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында бер ир кеше һәләк булған. Ә Нуриман районында Өфө йылғаһында 1980, 1981, 1985 йылдарҙа тыуған өс ир-егет яҡты донъя менән хушлашҡан.
Боҙҙар һәм ҡарҙар иреү һөҙөмтәһендә һыу ятҡылыҡтары һыу менән тула һәм ярҙарынан сыға башлай, ҙур биләмәләрҙе баҫып ала. Ҡайһы саҡ кешеләр, малдар йәрәхәт ала йәки һыу ҡорбаны була, торлаҡ, сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары, коммуналь хужалыҡ объекттары, юлдар, электр тапшырыу һәм бәйләнеш линиялары емерелә.
Ҙур емерелеүҙәрҙе һәм бәләләрҙе иҫкәртеү маҡсатында һыу ташыуға һәм һыу баҫыуға алдан әҙер булыу шарт: плотиналарҙың һәм дамбаларҙың торошон тикшереп торорға, талап ителгән инженерлыҡ эштәрен башҡарырға, һауа торошон күҙәтеп барырға, мәғлүмәттәрҙе тыңларға, йөҙөү һәм ҡотҡарыу средстволарын әҙерләргә кәрәк.
Бәлә-ҡазаны булдырмаҫ өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим: һыу ташҡан ваҡытта боҙға сыҡмағыҙ, боҙ киткән мәлдә боҙҙа йөҙмәгеҙ!
Боҙло һыуҙа хатта өлкән кеше лә 20 минуттан артыҡ сыҙай алмай, тәне артыҡ ныҡ һыуыныуҙан һәләк була. Бынан тыш, һыуланған кейем аҫҡа, тәрәнгә һөрәй. Был үлем осрағын тиҙәйтеүе ихтимал.
Әгәр ҙә аяғығыҙ аҫтында боҙ уйылып, боҙло һыуға эләкһәгеҙ һәм эргәгеҙҙә ярҙам итер кеше булмаһа, паникаға бирелмәҫкә тырышығыҙ, тиҙ һәм ышаныслы итеп сығырға ынтылығыҙ.
Һыуға башығыҙ менән сумыуҙан һаҡланыу бик мөһим. Бының өсөн ҡулығыҙҙы боҙҙар өҫтөнән ике яҡҡа һуҙығыҙ, боҙҙарҙы онтамаҫҡа тырышығыҙ. Һаҡ ҡына, киҫкен хәрәкәттәрһеҙ генә боҙ ситенә күкрәгегеҙ менән ятып һәм уның өҫтөнә аяҡтарығыҙҙы бер-бер артлы күтәреп һалып, өҫкә сығырға ынтылығыҙ. Иң мөһиме, үҙегеҙҙең кәүҙәгеҙҙе таяныс итеп файҙаланырға тырышығыҙ.
Боҙ өҫтөнә сыҡҡас, аяғығыҙға баҫырға, хатта тубыҡланырға ла тырышмағыҙ, йүгермәгеҙ, ә һаҡ ҡына хәрәкәттәр менән үҙегеҙ килгән яр яғына тәгәрәргә йәки шыуышырға маташығыҙ.
Әгәр һеҙҙең күҙ алдында боҙ уйылып, кеше төшөп китһә, “112” йәки “01” телефондары аша был турала ҡотҡарыу хеҙмәттәренә хәбәр итергә ашығығыҙ!
Онотмағыҙ – ололар, яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанмағыҙ, көҙгө боҙ көҙгөләй генә булһа ла ышанығыҙ, тип әйтеп ҡалдырған.