- Тынысландырыу көсөнә эйә һүрәт төшөрөү - балаларҙың яратҡан шөғөлө. Уларға бигерәк тә кейеҙ һуғыу, туҡыманы, ағасты биҙәү кеүек ижади эштәр оҡшай. Кейеҙҙе тәүге йылдары һарыҡ йөнөнән баҫһаҡ, хәҙер әҙерҙе һатып алып, төрлө төҫтәр менән эшләйбеҙ. Шулай уҡ балаларҙы йомортҡа тышынан ваҡлап эшләнгән мозаикалар, ҡурсаҡ һәм уға милли кейемдәр тегеү ҡыҙыҡһындыра, - ти хәҙер инде 24 йыл балаларға ижад донъяһына юл асыусы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Таңһылыу Ғимранова.
Өфө педагогия колледжының һынлы сәнғәт бүлеген тамамлаған Таңһылыу Кәрим ҡыҙы 1997 йылда балалар сәнғәт мәктәбенә эшкә урынлаша. Һүрәт төшөрөү һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәренә эйә белгес сәнғәт мәктәбендә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса дәрестәр бирә. Тап ошо йүнәлеш буйынса Учалыла бер йыллыҡ курс үтеп, мастер-рәссам һөнәрен ала.
Бөгөнгө көндә уның Стәрлетамаҡта үтәсәк бөтә Рәсәй конкурсында уҡыусыларының эштәрен ҡатнаштырыу маҡсаты менән янып йөрөгән сағы.
- Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, төбәк конкурстарында ҡатнашып торабыҙ. Район эсендә лә конкурс ойошторабыҙ.
Уҡыусыларым һәләтле, әммә һынлы сәнғәт юлын һайлап, артабан да дауам иткәндәр әҙерәк.
Ниндәй баланы алып ҡарама, ул ҡәләм тота белгәндән алып һүрәт төшөрә башлай. Ата-әсәләр: “Балам һүрәт төшөрөп тик ултыра, түңәрәккә яҙҙырам”, тип алып килә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 26 март һанында уҡығыҙ.