Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 12:00

Кеше һәм хоҡуҡ

МЯлған водитель танытмаһы ҡулланған

Ялған водитель танытмаһы ҡулланған
Бөрйән районы прокуратураһы позицияһы менән килешеп, Белорет район-ара суды 1990 йылда тыуған Бөрйән районы гражданын ялған водитель танытмаһы ҡулланған өсөн хөкөм итте.

Ул РФ Енәйәт Кодексының 327-се статьяһының 3-сө бүлегендә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.

Суд билдәләүенсә, гражданин ялған водитель танытмаһы алған һәм уны Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә ысын документ итеп күрһәтергә тырышҡан.

Ир-егеттең законға ҡаршы ғәмәле хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡланған.

Енәйәт эше Бөрйән районы буйынса эске эштәр бүлексәһенең тәүтикшереү бүлеге тарафынан тикшерелде. Бөрйән районы прокуроры енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен хупланы.

Суд ялған танытма эйәһен 7 айға иркенән мәхрүм итеү рәүешендә хөкөм ҡарары сығарҙы.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.
Читайте нас: