Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 12:00

Кеше һәм хоҡуҡ

Бурыстар бөтөрөлдө

Бурыстар бөтөрөлдө
Прокуратура ҡыҫылғандан һуң Бөрйән район үҙәк дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурыстар бөтөрөлдө.

Бөрйән районы прокуратураһы Бөрйән район үҙәк дауаханаһында хеҙмәт ҡануниәте үтәлешен тикшерҙе.

Тикшереү шуны күрһәтте – фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һәм тиҙ ярҙам бүлегендә эшләүсе 35 медицина хеҙмәткәренә дөйөм суммаһы 375 мең һумлыҡ көйләү түләүҙәре (стимулирующие выплаты) түләнмәгән булған.

Прокурор дауахананың баш табибы адресына күрһәтмә бирҙе, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлгән. Эш хаҡы буйынса бурыстар тулы күләмендә түләнгән.
Читайте нас: