Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Ауылдың мәҙәни донъяһын, унда йәшәгән халыҡтың күңел зауығын һәм мираҫын мәҙәниәт усағы билдәләй. Мәҙәниәт йорто эшләй икән, тимәк, ауыл да йәшәй тигән һүҙ. Һеҙ халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи байлыҡ һалаһығыҙ, тормошобоҙға йәм, яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәйһегеҙ.
Бөрйән ере талантлы кешеләргә бай, беҙ һәр ваҡыт мәҙәни тормоштоң төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.
Һөҙөмтәле хеҙмәтегеҙ, мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, илһам һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади ҡеүәт теләйбеҙ!