Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2021, 13:00

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!

Балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрен кәметеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында 17 марттан Бөрйән районында “Иғтибар – балалар!” исемле иҫкәртеү саралары башланды. Акция 9 апрелгә ҡәҙәр дауам итә һәм унда райондың ЮХХДИ-ның бөтә хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк.

2021 йылдың 2 айы эсендә республика биләмәһендә 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 48 юл-транспорт ваҡиғаһы (-17,2%) теркәлгән. Уларҙа 7 бала (+133,3%) һәләк булған һәм 54 бала (-5,3%) төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы республиканың 11 ҡала һәм райондарында күҙәтелә: Бәләбәйҙә - 2 (+100), Өфө районында – 3 (+50%) һәм Өфө ҡалаһында - 25 (+13,6%). Юл-транспорт ваҡиғаларының 60,4% пассажир-балалар ҡатнашлығында килеп сыға – 29 (-23,7%). Уларҙа 7 бала (+133,3%) һәләк булған һәм 35 бала (-2,8%) тән йәрәхәттәре алған. Бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында 19 юл-транспорт ваҡиғаһы (-5,0%) теркәлһә, унда 19 бала (9,5%)зыян күргән. Үткәүелдәрҙә теркәлгән юл фажиғәләре 33,3 процентҡа артҡан: 12 юл-транспорт ваҡиғаһында 112 бәлиғ булмаған (+20%) зыян күргән. Һәр 8-се ваҡиға балаларҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында барлыҡҡа килә. 6 юл-транспорт ваҡиғаһында (-40%) 6 бала (-40%) йәрәхәтләнгән.

Читайте нас: