Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән?
М. Кәримдең ошондай һүҙҙәр менән башланып киткән повесын күптәребеҙ беләлер. «Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостан Башлығы булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Ул төбәгебеҙҙең 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
Фильмды төшөрөүҙә “Йәнле таҫма” кинокомпанияһы һәм “Асҡарфильм” студияһы менән берлектә “Башҡортостан” киностудияһы эшләй.
«Өс таған»дың төп геройҙары дүрт малай: Айҙар, Вәзир, Ғабдулла һәм Яҡуп. «Тимур һәм уның командаһы» фильмы менән илһамланған ауыл малайҙары Кирәмәт тауы башындағы күлде табып, унда балыҡ үрсетеү һәм шул рәүешле тауҙы ҡотҡарып ҡалыу өсөн «Өс таған» отрядын ойоштора. Бейек тауға менеүе бик ауыр, ләкин отряд ағзаларының дуҫлығы, ихтыяр көсө һәм характерҙары тағы ла ҡатмарлыраҡ һынауҙарға дусар була.
Районда 4 марттан күрһәтелә башлаған был мажаралы фильмды 31 мартҡа тиклем көн дә ҡарарға мөмкин.
«Өс таған» фильмы Рәсәйҙә иң йыш ҡаралған фильмдар исемлегендә 14-се урында тора.
Ҙур экрандарҙа күрһәтелгән фильмды миңә лә үҙебеҙҙең кинозалда ҡарау форсаты тейҙе. Балаларға ғына түгел, оло йәштәгеләр өсөн дә ҡыҙыҡ һәм күңелле фильм. Күҙ йәштәрен тыя алмаған урындары ла бар. Башҡорт киноһында ошондай сифатлы тауыш, һүрәт һәм музыка булыуы бик ҡыуандыра. Мотлаҡ ҡарарға тәҡдим итәм.