Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2021, 12:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Марттың 12-һенән 19-ына тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған.

Марттың 12-һенән 19-ына тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған.
Демография
Үткән аҙнала районда яңы донъяға килгән 7 сабыйҙың тәүге документтары тултырылған, 2 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. Айырылышыу осраҡтары булмаған.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә
Марттың 12-һенән 19-ына тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә бер кеше һәләк булған янғын (1), мутлашыу (2), законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (1), битлек режимын боҙоу (8), законһыҙ алкоголь продукцияһы һатыу (1) һ.б. бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 88 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 59 протокол.4 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: