Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2021, 15:00

«Бурыслы» операцияһы

Бөрйән районы биләмәһендә 22 марттан 29 мартҡа тиклем “Бурыслы” операцияһы үтә.

Бөрйән районы биләмәһендә 22 марттан 29 мартҡа тиклем “Бурыслы” операцияһы үтә.
Язаның ҡотолғоһоҙлоҡ принцибын тәьмин итеү һәм йәмғиәт тәртибен һаҡлау өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф һалыу тураһында ҡарарҙарҙы үтәү буйынса эште көсәйтеү маҡсатында, суд приставтары хеҙмәтенең территориаль бүлеге менән бергә Бөрйән районы биләмәһендә 22 марттан 29 мартҡа тиклем “Бурыслы” операцияһы үтә.

Сараның төп маҡсаты – административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн түләнмәгән штрафтарҙы юллау.

Законлы көсөнә ингәндән алып 60 көн дауамында штраф түләнмәгән осраҡта гражданин РФ КоАП-ының 20.25 статьяһының 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Уның өсөн штрафтың күләмен икеләтә арттырыу йәки 15 тәүлеккә административ ҡулға алыу рәүешендә яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡарарҙар штрафтарҙы мәжбүри рәүештә түләттереү өсөн суд приставтарына, пенсия фондына, эш урыны буйынса йүнәлтелә.

Граждандарҙы административ штрафтарын түләү ваҡытын һуҙмаҫҡа һәм штрафты түләүҙе раҫлаған квитанцияларын Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһенә алып килергә саҡырабыҙ.
Читайте нас: