Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2021, 12:00

БИК БОРОНҒО ФОТО

Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Миңләхмәт ағай Йомағужин ошо боронғо, ләкин матур һаҡланған фоторәсем аҫтына матур ғына итеп уның тарихын да яҙып ҡуйған.

Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Миңләхмәт ағай Йомағужин ошо боронғо, ләкин матур һаҡланған фоторәсем аҫтына матур ғына итеп уның тарихын да яҙып ҡуйған.
Ғәҙелгәрәй ауылында, кем белә, бәлки, райондағы һаҡланып ҡалған иң боронғо фотоларҙың береһелер ул...

Беҙгә ҡарап торған һомғол буйлы, һылыу йөҙлө, 22 - 25 йәшлек йәш егет - Хәлиуллин Дәүләткирәй олатай. Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, 1914 йылда 21 йәшендә һуғышҡа алына. 1915 йылда немецтарға әсирлеккә эләгә. Уны Германияға Шоссен лагерына оҙаталар. Һуңынан немец алпауытына ат ҡараусы итеп ебәрәләр.

Фотола күренеүенсә, уның әсир икәнлеген билдәләүсе төп элемент, минеңсә, һул ҡулындағы төҫлө повязка. Уның йөҙөнә, кейеменә ҡараһаң, әсирлектә ныҡ михнәт сигеп йәшәгәнгә берҙә оҡшамай. Олатай 1918 йылда имен-аман тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

Өйләнә, балалар үҫтерә, ауылдағы булған барлыҡ ваҡиғаларҙа ла актив ҡатнашып,1967 йылда 74 йәшендә вафат була. Ҡатыны Ҡотан ауылы ҡыҙы Мәнәүрә өләсәй. Балалары: Хәлиуллин Әхмәтйәмил, Хәлиуллин Шәйшәриф, Хәлиуллин Сәғит, Әхмәтов Сәләх, Әхмәтов Ғәле. Әлеге көндә Сәләх ағай Иҫке Собханғолда йәшәй, ҡалғандары мәрхүмдәр.

Был фото 1915 - 1918 йылдар арауығында төшөрөлгән. Олатай тураһында тулы мәғлүмәт китапта «Дәүләткирәй ҡарағайы» тигән мәҡәләлә бирелә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Бәлки, һеҙҙә лә ошондай тарихи фотолар һаҡланалыр. Әйҙәгеҙ, тарихыбыҙҙы бергәләп барлайыҡ.
Читайте нас: