Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2021, 12:00

Ялған документ ҡулланған

2021 йылдың 12 мартында Белорет район-ара суды тарафынан Бөрйән районында йәшәүсе 30 йәшлек гражданинға ҡарата ялған документтар ҡулланыу факты буйынса асылған енәйәт эше ҡаралды.

2021 йылдың 12 мартында Белорет район-ара суды тарафынан Бөрйән районында йәшәүсе 30 йәшлек гражданинға ҡарата ялған документтар ҡулланыу факты буйынса асылған енәйәт эше ҡаралды.
2019 йылдың февраль айында ғәйепләнеүсе, административ яуаплылыҡтан ҡасыу маҡсатында, икенсе кешегә бирелгән, әммә үҙенең фотоһы йәбештерелгән ялған водитель таныҡлығы һатып алған. 2020 йылдың сентябрендә ғәйепләнеүсе юл-патруль хеҙмәте тарафынан туҡтатылған ваҡытта ялған документты күрһәткән.

Белорет район-ара суды йәш кешене енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип тапты. Суд ҡарары менән ул, РФ Енәйәт Кодексының 327-се статьяһының 3-сө бүлегенә ярашлы, 7 айға иркенән мәхрүм ителде.

2021 йылдың 12 мартына ҡарата суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.
Читайте нас: