Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2021, 08:00

Үҫмер руль артына ултырған

Ағымдағы йылдың 10 мартында төнгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының 14-се саҡрымында “Лада Гранта” маркалы автомобилде туҡтата.

Ағымдағы йылдың 10 мартында төнгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының 14-се саҡрымында “Лада Гранта” маркалы автомобилде туҡтата.
Уның водителе - 17 йәшлек Иҫке Собханғол ауылы егете - Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты булып сыға.

Протокол төҙөгән ваҡытта унан алкоголь еҫе килеүе асыҡлана. Бынан тыш, үҫмерҙең телмәре төҙөк түгел, бит тиреһе лә ғәҙәти булмаған төҫтәрәк күренә.

Бынан һуң водитель транспорт средствоһы менән идара итеүҙән ситләштерелә һәм уға урында алкоголь ҡулланыу-ҡулланмауҙы асыҡлау өсөн “Юпитер” алкотекторы ярҙамында тикшереү үтергә тәҡдим ителә. Тикшереү водитель ысынлап та спиртлы эсемлек ҡулланған икәнлеген раҫлай - прибор 0,220 мг/л күрһәтә.
Уның автомобиле әсәһенә тапшырыла.

Водителгә ҡарата физик көс һәм махсус саралар ҡулланылмаған. Барлыҡ процессуаль ғәмәлдәр үҫмерҙең әсәһе ҡатнашлығында үткәрелгән.
Л. Алтыншина,
ЮХХДИ инспекторы, полицияның өлкән
лейтенанты.
Читайте нас: