Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2021, 08:00

Ирекмәндәр ярҙамға әҙер

Райондың ирекмәндәр төркөмө 73-сө янғын һүндереү бүлегенең эшмәкәрлеге, машиналарының техник торошо, комплектацияһы, дежур-диспетчер хеҙмәтенең барышы менән танышты.

Райондың ирекмәндәр төркөмө 73-сө янғын һүндереү бүлегенең эшмәкәрлеге, машиналарының техник торошо, комплектацияһы, дежур-диспетчер хеҙмәтенең барышы менән танышты.
Осрашыуҙы бүлек начальнигы Ш. Хәкимов ойошторҙо. Сарала урман янғындарын һүндереү буйынса ирекмәндәр хәрәкәте билдәләнде. Уларға хеҙмәтте һаҡлау, урман янғындарын һүндереү буйынса инструктаж үткәрелде.

Ирекмәндәр ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда, бәхетһеҙ осраҡтарҙа нисек тәүге ярҙам күрһәтергә, ниндәй телефон һандарына шылтыратырға кәрәклеген иҫтәренә төшөрҙөләр. Шамил Ниғмәт улы, яҙғы-йәйге янғын хәүефе, һыу баҫыу миҙгеленә әҙерлек ваҡытында һәм урман янғындарын иҫкәртеү эштәрендә лә ирекмәндәрҙең ҡатнашыуы хуплана, тине. Осрашыуҙа ирекмәндәрҙе берҙәм форма менән тәьмин итеү тураһында ла һүҙ барҙы.

Сарала шулай уҡ “Бөрйән урмансылығы” бүлегенең урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры Камил Ҡурамшин сығыш яһаны. Ирекмәндәр сарала бик әүҙем ҡатнаштылар, төрлө һорауҙарына яуаптар алдылар.
Читайте нас: